Таулыҡай торамаһы
Археологик ҡомартҡы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Таулыҡай торамаһы (рус. Тавлыкаевское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы эргәһендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡылары[1][2][3]
Тасуирламаһы
Урынлашыуы
Таулыҡай торамаһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы көньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ) — 22 км
Табылдыҡтар
Ҡомартҡы майҙаны 12 мең м², якынса 700 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
4 торлаҡ табылған, 2‑һе өйрәнелгән. Торлаҡтарҙың оҙонлоғо 12—25 м, тәрәнлеге 0,73 м тиклем. Беренсе торлаҡ б.э.т. 14—13 быуаттарға ҡарай, унда баҡыр иретеү мейесе ҡалдыҡтары, усаҡ, хужалыҡ соҡоро барлығы асыҡланған.
Икенсеһе б.э.т. 13—12 быуаттарҙа һалынған, ике бүлмәле тип фараз ителә.
8 хужалыҡ соҡоро, стеналарының аҫты таш һәм сыбыҡ менән нығытылған ҡоҙоҡ, 2 усаҡ эҙе табылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.
Торамала 20 меңгә яҡын әйбер табылған. Улар араһында бронза бысаҡ, таш тәпкеләр, төйгөстәр, ҡайраҡтар, саҡматаштан эшләнгән бысаҡ һымаҡ пластиналар, ҡырғыстар, орсоҡбаштар, һөйәктән яһалған тупар балталар, тишкестәр, ауыҙлыҡтар, шлак ҡалдыҡтары табылған.
Халҡы мал тотҡан, һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, мәғдәнселек менән шөғөлләнгән.
Таулыҡай торамаһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5].
Remove ads
Асыш тарихы
Ҡомартҡы 1972 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк тарафынан асыла, 1973, 1975 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов өйрәнә[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads