Тезикова Татьяна Алексеевна

спортсы, ауыр атлет From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тезикова Татьяна Алексеевна (25 ноябрь 1975 йыл) — спортсы. 1994—2000 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995) һәм ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Татьяна Алексеевна Тезикова (Лаврентьева) 1975 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған. Урал физик культура академияһын тамамлай (1999). Стәрлетамаҡ физик культура техникумы (тренеры Д. Х. Исмәғилев) һәм «Каучук» спорт клубы (Стәрлетамаҡ; тренер П. И. Никитин) тәрбиәләнеүсеһе.

1993—2000 йылдарҙа Рәсәй Хәрби һауа көстәренең 464-се спорт-күнекмәләр үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 59 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда һәм күтәреүҙә, 63 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ике төр ярышта Рәсәй рекордсыһы (барыһы ла — 1996 йылда).

Remove ads

Ҡаҙаныштары

  • Рәсәй чемпионы (1995—96), Рәсәй Кубогы эйәһе (1994—1996).
  • Европа чемпионаттарының көмөш (1995) һәм бронза (1996—1997) призёры, көмөш (1993, 1999, 2002) һәм бронза (1997, 2003).
  • Рәсәй чемпионаттары призеры, көмөш (1997) һәм бронза (1992, 1998).
  • Рәсәй Кубогы призёры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995),
  • Рәсәйҙең ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999),
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads