Теллур

From Wikipedia, the free encyclopedia

Теллур
Remove ads

Теллур (лат. Tellurium, Te) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 52.Металлоид.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Грозящая опасность ...
Remove ads

Символы

Теллур элементының символы — Te (Теллур тип уҡыла).

Тарихы

Теллур 1782 йылда Франц Йозеф Мюллер тарафынан асыла.

Трансильванияла алтын мәғдәне ятҡылыҡтары тау инспекторы булып эшләп йөрөгән Йозеф Франц Мюллер (аҙаҡ ул барон фон Райхенштейн булып йөрөй) Австро-Венгрия территорияһында яңы элемент таба. 1798 йылда Мартин Генрих Клапрот теллурҙы айырып ала һәм уның мөһим үҙенсәлектәрен билдәләй.

Исеменең килеп сығышы

Латинса tellus, эйәлек килештә telluris, Ер тигәндән алынған исемде Мартин Клапрот тәҡдим иткән[9][10].

Тәбиғәттә

Ер ҡабығындағы ауырлығы күләме 1·10−6 % тәшкил итә. 100-гә яҡын теллур минералдары билдәле. Иң йыш осрай торған теллуридтар — баҡыр, ҡурғаш, цинк,көмөш һәм алтын теллуридтары . Теллурҙың изоморф ҡатнашмалары сульфидтарҙа күп күҙәтелә .Минералдар араһында теллур айырым әһәмиәткә эйәләре: алтаит (PbTe), сильванит (AgAuTe4), калаверит (AuTe2), гессит (Ag2Te), креннерит [(Au, Ag)Te], петцит (Ag3AuTe2), мутманнит [(Ag, Au)Te], монбрейит (Au2Te3), нагиагит ([Pb5Au(Te, Sb)]4S5), тетрадимит (Bi2Te2S). Теллурҙың кислородлы берләшмәләре осрай, мәҫәлән, ТеО2 — теллур охраһы.

Remove ads

Физиологик тәьҫире

Теллур һәм уның осоусан берләшмәләре ағыулы. Организмға эләккәндә күңел болғаныуы, бронхит, пневмония (үпкә ялҡынһыныуы) килтереп сығара. Һауалағы ПДК-һы төрлө ҡушылмалар өсөн 0,007-0,01 мг/м³, һыуҙа 0,001-0,01 мг/л миҡдарында тирбәлә. Теллурҙың канцерогенлығы раҫланмаған[11]..

Ағыуланған осраҡта, теллур организмдан бик насар еҫле теллур ҡушылмалары формаһында сығарыла. Уларҙың еҫе һарымһаҡҡа оҡшаған, шуға күрә организмға ҙур булмаған күләмдә теллур ингәндә лә, кеше һулышынан һарымһаҡ еҫе сыға башлай, һәм был теллур менән ағыуланыуҙың мөһим билдәһе[12][13][14].

Remove ads

Әҙәбиәт

  • Теллур// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads