Теләш (Мәсетле районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Теләш (рус. Теляшево), икенсе исеме ӨпәйБашҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ростов ауыл советына ҡарай, ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 479 кеше [1]. Почта индексы — 452561, ОКАТО коды — 80242845001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Ауылға нигеҙ һалыусылар өпәй ырыуы башҡорттары. Ниндәй йылда нигеҙ һалыныуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ауыл кешеләре 1700 йыл тип иҫәпләй[2]. Башҡорт энциклопедияһында 18 быуаттың 2‑се яртыһында нигеҙләнгән тип яҙылған[3]. Хөкүмәт тарафынан беренсе тапҡыр 1795 йылда иҫәпкә алыныуы билдәле.

Ауыл исеме

Тәүге төпләнеүсе Теләкбирҙенең исеме менән аталған, уның улдары Ғәҙелша, Ғәли һәм Зәйнәш Теләшевтәр булып иҫәпкә алынған. Икенсе исеме Өпәй этнонимына бәйле.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 24 км
  • Ростов ауыл советы үҙәге.
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 132 км
  • Һоя йылғаһы буйында урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны [4],[1] (кеше)
Халыҡ һаны2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы198920022010кеше%
Бөтәһе581538479-59-10.97
Ир-егеттәр282260228-32-12.31
Ҡатын-ҡыҙҙар299278251-27-9.71

Урамдар

Урам исеме [5]:

  • башҡ. Күпер (урамы) — рус.  Мостовая ( улица )
  • башҡ. Совет (урамы) — рус.  Советская ( улица )
  • башҡ. Мәктәп (урамы) — рус.  Школьная ( улица )

Билдәле шәхестәр

Исемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[6].

  • Закиров Сабир Закир улы (12.03.1906 — ??) — хәрби хеҙмәткәр, полк командиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Александр Невский (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
  • Закирйәнова Люция Ғәни ҡыҙы (25.02.1948, Ҡорғат) — педагог. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Теләш урта мәктәбе директоры (1978—1990).
  • Йоносов Илгиз Тәҡей улы (28.06.1950) — рәссәм, Башҡортостан Республикаһы рәссәдәр союзы ағзаһы (2000).
  • Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (06.08.1962), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афғанстанда һәм Абхазияла хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1988), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988), миҙалдар менән бүләкләнгән.
  • Мөжипов Рафадик Миҙхәт улы (06.06.1960) — спортсмен. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1982).
  • Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәми ҡыҙы (16.02.1947) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы, Мәсетле районының почётлы гражданы. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары менән бүләкләнгән.
  • Мөхөтдинов Ринат Сабир улы (28.04.1955) — музыкант, педагог. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Ниғмәтәйнов Әнис Хажи улы (13.11.1940) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ростов ауыл советы рәйесе (1975—1984).
  • Ризова Рәйлә Әхтәмйән ҡыҙы (09.12.1957—21.06.2005) — китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
  • Сафин Әхкәм Сафый улы (15.05.1924—12.06.1996) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы. Ростов ауыл советы рәйесе (1959—1962, 1964—1972).
  • Төхфәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (07.07.1930) — уҡытыусы, ғалим-математик. Техник фәндәре доктры (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981).
  • Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы (20.08.1933), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының 3-сө съезы (1978) делегаты.
Remove ads

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Ҡыҫыртуй исемле күңел асыу сараһы Теләш ауылында әле лә үткәрелә. Был сара башлыса көҙгө эштәр бөткәс уҙғарыла. Унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, йырҙар йырлап, хәтирәләр һөйләп, буҙа һәм сәй эсеп күңел асалар. Бер-береһенә бүләктәр бирешәләр.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads