Теология

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Илаһиәт (правосл. богословие) йәки теоло́гия ( юнан. θεολογία - юнан. θεός «Бог» + юнан. λόγος)  — ниндәйҙер динде йәки дини тәғлимәтте систематик юл менән бәйән итеү йәки шәрехләү [1].

Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡайҙа өйрәнелә ...

Теология дин ғилеменән һәм дин фәлсәфәһенән башҡа өлкә [2].

Илаһиәт, «богословие» (теология, бор. юнан. θεολογία, лат. theologia) төрлө заманда төрлө мәғәнәлә ҡулланылған [3]. Илаһи көс тураһында ғилем мәғәнәһендә «теология» төшөнсәһе XIII быуаттың тәүге яртыһында, Абелярҙың «Христианская теология» (Theologia christiana) тигән китабы сыҡҡандан һәм Париж университетында теология факультеты асылғандан һуң нығына[3][4].

Файл:Abul ala maududi.jpg
ХХ быуаттың абруйлы мосолман ғалимдарының береһе Әбүл Әғлә Мәүдүди
Remove ads

«Богословие» һәм «теология» урыҫ телендә

Урыҫ телендә «теология» һүҙендәге тәүге «т» хәреф латин теле аша инеүен күрһәтә, был һүҙ, «богословие» төшөнсәһенән айырмалы, боронғо грек теленән ингән θεολογία менән бер үк түгел[5][6]. Урыҫ православиеһында үҙ тарафына бары тик «богословие» төшөнсәһе генә ҡулланылыуы тотороҡло күҙәтелә [7]. Әммә урыҫ богословиеһы көнбайыш теологияһы хәрәкәтен күҙәтеп бара,һаҡлыҡ менән ҡуллана һәм уның бай ҡаҙаныштарын үҙ маҡсаттарында бик оҫта файҙалана [8]

Remove ads

Ислам илаһиәте

[10].

Христиан богословиеһы (теология)

Богословие дисциплинаһы тармаҡтары:

  • Догмат (фундаменталь, теоретик) йәки системалы богословие:
    • триадология — Троица тураһында ғилем
    • ангелология — фәрештәләр тураһында тәғлимәт
    • антропология — кеше тураһында тәғлимәт
    • хамартология — гонаһ тураһында тәғлимәт
    • понерология — яуызлыҡ тураһында тәғлимәт
    • христология — Иисус Христос тәбиғәттәре һәм йөҙө тураһында тәғлимәт
    • сотериология — ҡотолоу тураһында тәғлимәт
    • экклезиология — Сиркәү тураһында тәғлимәт
    • иконология — иконалар тураһында тәғлимәт
    • сакраментология — йәшерен серҙәр тураһында тәғлимәт
    • эсхатология — донъяның ахырғы яҙмыштары тураһында тәғлимәт
  • апологетика — рациональ ысулдар ярҙамында динде нигеҙләү
  • Сағыштырыулы богословие — башҡа диндәр нигеҙҙәренә компаратив анализ
  • Пастырь богословиеһы:
    • литургика — ғибәҙәт теория һәм практикаһы
    • гомилетика — вәғәз теорияһы һәм практикаһы
    • катехитика — дин тураһында башланғыс тәғлимәт
    • каноника — сиркәү хоҡуҡиәте теорияһы
  • Әхлаҡ богословиеһы 
  • Библия богословиеһы:
    • экзегетика — библия текстарына тәнҡитле аңлатыу йәки интерпретация
    • герменевтика — дини сығанаҡтарҙы тәфсирләү теорияһы һәм методологияһы
    • исагогика — библеистика бүлеге.
  • Тарихи богословие:
    • сиркәү археологияһы —сиркәү һәм Библия тарихы
    • библия тарихы
    • Боронғо Сиркәү тарихы
    • византология
    • урындағы сиркәүҙәр тарихы
    • РПЦ тарихы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads