Тигеҙлектәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тигеҙлек (рус. равнина, ингл. plain) — майҙаны буйынса шаҡтай ҙур булған ҡоро ер өҫтө, диңгеҙ һәм океандар төбө, ай өҫтө рельефының иң мөһим элементтарының береһе. Ер өҫтөнөң ауышлыҡһыҙ тип әйтерлек (5° — ҡа тиклем ауышлыҡ менән) һәм ҡалҡыулыҡтары әҙ (200 метрға тиклем) булыуы менән айырылып торған тигеҙ урын [1].
Күпселек тигеҙлектәр платформа өҫтөндә формалаша. Ҡайһы бер тигеҙлектәр таулы өлкәләрҙең тау аралары һәм тау алдары иңкеүлектәрендә хасил була. Һыу аҫты тигеҙлектәре океан төбөндә, шельфта, ҡоро ергә сиктәш диңгеҙҙәрҙең соҡорҙарында яһалған абиссаль тигеҙлектәр күберәк таралған.
Тигеҙлектәр, тауҙар кеүек үк, ҙур булмаған градиентлы (1-2 м/км тиклем) тектоник хәрәкәттәргә дусар була. Ғөмүмән алғанда, тигеҙлектәр ҡоро ер өҫтөнөң 65 % -ын тәшкил итә. Донъяның иң ҙур тигеҙлеге: Амазонка уйһыулығы (5 млн км2 артыҡ).

Remove ads
Классификация
Диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклек буйынса төрҙәре

- диңгеҙ кимәленән түбән (Каспий буйы уйһыулығы)
- 0 метрҙан 200 метрға тиклем (Көнбайыш Себер тигеҙлеге)
- 200—500 метр бейеклектәге (Устюрт яйлаһы [2])
- 500 метрҙан бейегерәк урынлашҡан (Иран тауҙарының эске өлөштәре)
Өҫтөнөң формаһы буйынса төрҙәре
- горизонталь тигеҙлектәр
- һөҙәк тигеҙлектәр
- тәрән тигеҙлектәр
Морфологияһы буйынса төрҙәре

- ҡалҡыулыҡлы тигеҙлек
- убалы-түбәле тигеҙлек
- тәпәш таулы тигеҙлек
- теҙмәле тигеҙлек
- яҫы тигеҙлек
Экзоген процестар өҫтөнлөк итеү буйынса төрҙәре
- денудацион тигеҙлек (яйла)
- аккумулятив тигеҙлек (аллювиаль, диңгеҙ ултырмалары, күл, боҙ , янартау ултырмалары менән ҡапланған тигеҙлек)
Remove ads
Башҡортостан тигеҙлектәре
Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә Көнсығыш Европа тигеҙлеге рельефы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек, аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек булыуы менән айырыла. Бәләбәй ҡалҡыулығы, Стәрлебаш-Фёдоровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырт, Өфө яйлаһы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек төрөнә инһә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек сифаттарына эйә. Республиканың көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә денудацион Һаҡмар-Таналыҡ тигеҙлеге (абс. бейеклеге 350—500 м) һәм денудацион‑аккумулятив Ҡыҙыл‑Оло Урғаҙа тигеҙлеге (350—400 м) урынлашҡан [3] .
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
- Болон
- Дала
- Ҡоро ер
- Көтөүлек
- Ялан
- Прерия
- Саванна
Әҙәбиәт
- Большая российская энциклопедия. В 30 томах. М.: НИ БРЭ, 2010. ISBN 5-85270-320-6
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads