Тихомиров Анатолий Георгиевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тихомиров Анатолий Георгиевич (23 март 1899 йыл — 12 апрель 1980 йыл) — СССР-ҙың хор дирижёры, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың тәүге музыкаль коллективтарын ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).
Remove ads
Биографияһы
Анатолий Георгиевич Тихомиров 1899 йылдың 23 мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Ҡалтыман ауылында тыуған.
1919—1922 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хәрби комиссариаты сәйәси бүлегенең Дәүләт хоры артисы була. 1929 йылдан алып — концерт-эстрада бюроһының вокал квартеты етәксеһе.
1935—1939 йылдарҙа — Башҡорт совет профессураһы рус һәм башҡорт вокал хор студиялары етәксеһе һәм ойоштороусыһы.
1938—1940 йылдарҙа параллель рәүештә Өфө музыка училищеһының хор һәм теоретик фәндәр класында һәм Башҡорт АССР-ы Хор йәмғиәтенең ауыл хорҙары өсөн дирижерҙар әҙерләү буйынса курсында уҡытыусы булып эшләй[2]
Хор етәксеһе булып өҙөклөктәр менән 1941—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында, 1944 йылда Башҡортостан радиокомитетында хор етәксеһе булып эшләй. 1955—1959 йылдарҙа Анатолий Георгиевич Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш хормейстер була.
Remove ads
Ижади эшмәкәрлеге
Тихомиров Анатолий Георгиевич хор өсөн күп һанлы рус, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарынының авторы һәм шулай уҡ рус һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен эшкәртеүсе булып тора.
Баҫмалары
- Хор өсөн алты башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө: Баш. китап нәшриәте, 1962.
Әҙәбиәт
- Фоменков М. К истории развития хорового искусства в Башкирии в первые годы Советской власти //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.
- Советские хоровые дирижёры. М., 1986.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads