Ткаченко Яков Тарасович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ткаченко Яков Тарасович (15 июль 1906 йыл — 15 октябрь 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, капитан, Советтар Союзы Геройы (1945).
Remove ads
Биографияһы
Яков Тарасович Ткаченко[1] 1906 йылдың 15 июлендә Кесе Деевка ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 4 класс тамамлаған. Хәлле крәҫтиәндәрҙә эшләй, һуңыраҡ — Стәрлетамаҡ кантоны «Маяк» колхозында, аҙаҡ Силәбе округының Златоуст ҡалаһында механика заводында эшләй.
1928—1930 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хәрби хеҙмәт үтә, 1930 йылда ВКП(б) ағзаһы була. Запасҡа сыҡҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында төҙөлөштә эшләй. Унан һәләтле ойоштороусы булараҡ уны Свердловск ҡалаһына Бөтә союз үҙәк профессиональ союздар советына (ВЦСПС) уҡырға ебәрәләр.
Уҡыуын тамамлағас, 1937 йылда Свердловск өлкәһенең Үрге Иҫәт металлургия заводында завод профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй.
1941 йылдың июлендә Свердловск ҡала хәрби комитеты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрәкәт итеүсе армияла — 1942 йылдың мартынан. 2-се Балтик буйы һәм 3-сө Белоруссия фронттарында һуғыша. Бер нисә тапҡыр яралана, ике тапҡыр бик ауыр яралана.
1945 йылда капитан Ткаченко демобилизациялана, Свердловск ҡалаһына ҡайта. Металлургия заводында көнкүреш буйынса директор урынбаҫары, аҙаҡ Бөтә союз метрология институтының Свердловск филиалында ремонт-көйләү оҫтаханаларының начальнигы, Свердловск тау институтының уҡыу-производство оҫтаханалары начальнигы булып эшләй. 1965 йылдың июнендә пенсияға сыға.
1979 йылдың 15 октябрендә вафат була. Екатеринбургтың Широкореченск зыяратында ерләнә.
Remove ads
Батырлығы
1945 йылдың 17 апрелендә 43-сө армия 3-сө Белорус фронтының 319-сы уҡсылар дивизияһы 1336-сы уҡсылар полкы батальоны командиры урынбаҫары капитан Ткаченко батальон менән командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала (командир яраланған була) һәм Ляуке Флисс йылғаһы аша сығыуҙы оҫта ойоштора. Ике тапҡыр яралана, әммә батальон менән командалыҡ итеүен дауам итә, һәм беренселәрҙән булып Фришес-Хафф ҡултығы ярына сыға.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн капитан Ткаченко Яков Тарасовичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5010) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Remove ads
Бүләктәре
Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ (24.04.1945)[3], Ҡыҙыл Йондоҙ (19.09.1944)[4] ордендары, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (07.03.1943)[5], башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
1965 йылда «Фашистик Германияны еңеүгә ХХ йыллыҡ көнөнә» тигән яҙыу менән исемле алтын сәғәт менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads