Троя аты

From Wikipedia, the free encyclopedia

Троя аты
Remove ads

Троя аты — боронғо грек мифологияһындағы бик ҙур ағас ат; Троя һуғышының тамамланған осоронда уның менән бәйле ваҡиға булған.

Thumb
Троянский конь, изготовленный для фильма «Троя»

Мифтың йөкмәткеһе

Троялылар һәм данаялылар араһындағы һуғыш Троя батшаһының улы Парис Спарта батшаһы Менелайҙың ҡатыны Еленаны урлауы арҡаһында килеп сыға. Менелай ир туғаны менән Ахея ғәскәре туплап, Парисҡа ҡаршы һөжүм башлай. Трояны ҡамаһалар ҙа уңышҡа өлгәшә алмағас, ахеялылар хәйлә ҡора: улар ағастан ҙур итеп ат һыны эшләй ҙә, Троя диуарҙары янында ҡалдыралар. Үҙҙәре Троада йылғаһы буйлап сигенгән кеше булалар. Был хәйләне данаялыларҙың бик хәйләкәр башлығы [Одиссей|Одиссей]] уйлап сығарған тиҙәр, ә ат һынын Эпей эшләгән тип һанайҙар. Атты алиһә Илион Афинаһына бағышлаған булалар[1]. Аттың ҡабырғаһына «ЭБыл бүләк Яу алиһәһе Афинаға ҡайтырға сыҡҡан данайлыларҙан» тип яҙылған була. Атты эшләр өсөн эллиндар Аполлондың изге урманынан мүшмел ағастарын ҡырҡып алалар (краней), Аполлонға ҡорбан килтереп ризалаталар һәм уға Карней исеме бирәләр[2] (ат был сделан из сағандан эшләнгән була[3]).

Лаокоонт исемле рухани был атты күргәс, данайлыларҙың хәйләкәрлеген белгәнгә күрә, былай тип әйтә: «Нимә генә булһа ла, хатта бүләк биреп торһа ла, данайлыларҙан ҡурҡығыҙ (һаҡланығыҙ)!» (Quidquid id est, timeo Danaos et dona ferentes![4]) һәм атҡа һөңгө һелтәй. Әммә тап шул мәлдә диңгеҙҙән ике ҙур йылан килеп сыға һәм Лаокоонт менән уның ике улын үлтерә, сөнки Посейдон илаһ үҙе Трояның емерелеүен теләгән. Троялылар, Лаокоонттың һәм күрәҙә Кассандраның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай, атты ҡалаға һөйрәп индерәләр. Вергилийҙың «Хатта бүләк килтерһә лә, данайлыларҙан ҡурҡығыҙ» тигән һүҙҙәре йыш ҡына латин телендә әйтелә («Timeo Danaos et dona ferentes»), ул инде әйтемгә әйләнгән. «Троя аты» тигән фразеологизм да шунан килеп сыҡҡан: ул бүләк тигән булып йәшерен,мәкерле ғәмәл ҡылыуға ҡарата әйтелә.

Ат эсендә 50 иң шәп яугир ултырған ("Бәләкәй Илиада"ла — 3000). Стесихор иһә 100 ти, икенселәр — 20 тип һанай[5], Цец әйтеүенсә — 23, йәки 9 ғына яугир: Менелай, Одиссей, Диомед, Ферсандр, Сфенел, Акамант, Фоант, Махаон һәм Неоптолем[6]. Был исемдәрҙе шағир Арго Сакады атап сыҡҡан[7]. Афина дала героям амброзию[8].

Төндә ат эсенә йәшенгән гректар унан сыға ла, һаҡсыларҙы үлтерә, ҡала ҡапҡаһын аса, карап менән кире ҡайтҡан арҡалаштарын индерә һәм шул рәүешле Трояны яулап ала («Одиссея» Гомера, 8, 493 и сл.; «Энеида» Вергилия, 2, 15 и сл.).

Remove ads

Аңлатмалар

Полибий һүҙҙәренсә, «варвар халыҡтарҙың барыһы ла тиерлек, һәр хәлдә, күпселеге, яу асҡанда йә хәл иткес алыш алдынан ҡорбанға йылҡы малы сала, уның нисек йән биргәненә ҡарап күрәҙәлек итә»[9].

Евгемеристик фараздар буйынса, атты индерер өсөн Троя кешеләре ҡала диуарының бер өлөшөн һүткән, эллиндар шунан бәреп ингән [10]. Бәғзе бер тарихсылар фекеренсә (Павсанийҙан башлап), Троя аты ғәмәлдә диуар емергес машина булған [11]. Дарет фаразлағанса, Скей ҡапаҡаһында ат башы һыны ҡуйылған булған [12].


Иофонт яҙған трагедия булғанлығы мәғлүм [13], билдәһеҙ автор «Һыу буйлап сигенеү» тигән трагедия яҙған[13], Ливий Андроник һәм Невиҙың «Троя аты» әҫәрҙәре, шулай уҡ Нерондың « Трояның һәләкәте» тигән поэмаһы билдәле[14].

Remove ads

Даталар

Троя йәйге ҡояш боролошона 17 көн ҡала баш һала, был фаргелиондың һигеҙенсе көнө була [15]. Аргивлы Дионисий әйтеүенсә, был 12 фаргелионда булған, Афинала Агамемнондың батша булып ултырыуына 18 йыл, Демофонттыҡына 1 йыл булған [16]. «Бәләкәй Илиада» авторы тулы ай булғанда, ти. [17]. Эгий һәм Деркиол әйтеүҙәренсә, панэмдың 28-се көнө, Гелланик буйынса — 12 фаргелио[18]Афинаның башҡа йылъяҙмасылары әйтеүенсә  — 28 фаргелион көнө, ай тулған ваҡытта, Менесфейҙың батша булыуының һуңғы йылында булған,   28 скирофорионда тиеүселәр ҙә бар[19]. Бәлки ҡыштыр[20]. Парос хроникаһы буйынса, Троя б.э. тиклем 1209 йылда баш һалған.

Тере атҡа менеп б.э. тиклем 359 йыл тирәһендә Трояны Харидем яулаған .[21].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Троянская война
  • Ашвамедха
  • Троян

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads