Тубалар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тубалар (үҙатамаһы туба, иҫкергән атамалары тувалар) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Алтай Республикаһының төньяҡ өлөшөнә йәшәүсе аҙ һанлы ерле төрки телле халыҡ. Үҙатамалары — туба (тува) кижи, тубалар, шулай уҡ йыш кижи («урман кешеләре»). Тубалар Катундан көнсығышта, Бей йылғаһы буйында һәм Алтынкүл (Телецкое күле) ярҙарында йәшәй. Себерҙе үҙләштереү осоронда урыҫ тәүге юл ярыусылары уларҙы «черневый татарҙар» тип атаған.

Ҡыҫҡа факттар Үҙ атамаһы, Һаны һәм йәшәгән урыны ...

Тубалар төньяҡ алтайҙарға ҡарай, тик улар көньяҡ алтайҙарға яҡын сиктә йәшәй һәм уларҙың тел, мәҙәниәт, көнкүрешенән күп кенә элементтар үҙләштергән. Быға шулай уҡ уларҙың ҡумандылар һәм шалғандар менән ҡатнашыуы ярҙам иткән.

Тубаларҙарҙың тышҡы ҡиәфәттәрендә европеоид һыҙаттар өҫтөнлөк итә, антропологик билдәләрендә монголдарға оҡшашлыҡ күпкә көсһөҙөрәк. Һары сәсле һәм зәңгәр йә йәше күҙле кешеләр йыш осрай. Тубалар өсөн төп Y-хромосомалы гаплотөркөм R1a1 — яҡынса 50 %[3].

Remove ads

Сығышы

Тубаларҙың килеп сығышына ҡарата бер нисә ҡараш бар. Мәҫәлән, В. И. Вербицкий уларҙы «шикле сығышлы» ҡәбилә тип иҫәпләй, уларҙың теле һәм ышаныуҙары алтай ҡалмыҡтары менән уртаҡ тип билдәләй. Шуға күрә уларҙа монгол тамыры бар, тип уйларға мөмкин. Бәлки, улар монгол халҡы менән ҡушылған фин ҡәбиләләренә лә ҡарайҙыр, тип фаразларға мөмкин[4].

В.В. Радловтың фекере киң таралыу ала, ул беренсе булып алтайҙарҙың «ҡара татарҙарҙы» «туба»этнонимы менән атауына иғтибар итә. Радлов, сойоттар, йәғни тывалар, шулай уҡ койбалылар үҙҙәрен туба термины менән атауына нигеҙләнеп, һәм XVII быуаттың Көньяҡ Себер тарихында йыш ҡына Йәнәсәй йылғаһының уң ҡушылдығы Убсе йылғаһы ярында йәшәгән тывалар тарихында телгә алыныуын иҫәпкә алып, ошондай тәҡдим яһай: « … улар көнсығыштан күсеп килгән. Моғайын, улар XVII быуат башында Алтынкүл һәм Катунь йылғаһы араһындағы өлкәлә йәшәгән самодий ҡәбиләләре… уларҙың теленең диалект үҙенсәлектәре был ҡәбиләләрҙең Йәнәсәй ҡырғыҙҙары тарафынан төркиләштерелгәнлеген күрһәтә. Улар әле лә тамырҙар һәм кедр сәтләүеге йыйыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡытайҙар «Дубо» халҡы тураһында (Дубо — I мең йыллыҡ аҙағында Көнсығыш Саянда йәшәгән һәм көнсығыш тываларҙың этногенезында ҡатнашҡан туба ҡәбиләләренең ҡытай атамаһы) яҙған.

Ҡайһы бер авторҙар халыҡтың атамаһының барлыҡҡа килеүен «дубо» һүҙе менән бәйләй, VI—VIII быуаттарҙағы ҡытай йылъяҙма сығанаҡтары Йәнәсәйҙә йәшәгән теле ҡәбиләләренең береһен ошо һүҙ менән атай[5]. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә теркәлмәһә лә, тубалар сеоктары яйлап был атаманы дөйөмләштереүсе үҙатама тип ҡабул итә.

В. В. Радлов, ғөмүмән, үҙҙәрен «туба» тип атаған Саян-Алтай ҡалҡыулығының бөтә ҡәбиләләрен тел буйынса төркиләштереүгә дусар булған самодий һәм кет этник элементтарының ҡатнашмаһы тип иҫәпләй. В. В. Бартольд «туба» һүҙен самодийҙарҙың төрки атамаһы тип иҫәпләй. Н. А. Аристов, Радловтан һуң, төньяҡ алтайҙарҙы, сығышы менән боронғо төркиҙәр менән бәйләгән кумандин һәм шалғандарҙан башҡа, төркиләшкән йәнәсәй остяктары (ханттар) һәм самодийҙары тип ҡарай. В. Г. Богораз төньяҡ алтайҙарҙы төркиләштерелгәндәр праазиялылар тип ҡабул итә[6].

Л.П. Потапов самодий, кет һәм уғыр элементтары ҡатнашлығында, тубалар һәм башҡа төньяҡ алтайҙарҙың ҡатнаш этник сығышы һәм боронғо төрки этник компоненты булыуы тураһында һығымтаға килә. Уның фекеренсә, «төркиләштерелгән самодийҙарҙың килеп сығышы буйынса В. В. Радловтың ҡарашын уртаҡлашыу мөмкин түгел; уларҙың боронғо этник субстраты күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыға һәм самодий элементтарының боронғо төрки элементтары менән ҡатнашлығы менән характерлана»[6].

Л. Н. Гумилёв та шулай уҡ тубаларҙы дубо менән тиңләштерә[7]. Традицион рәүештә дуболар боронғо төрки теле ҡәбиләләре менән тиңләштерелә[8]. Альтернатив ҡарашҡа ярашлы, башта дуболар монгол телле булған һәм б. э. IV быуат аҙағында төркиләштереүгә дусар булған[9][10]

Remove ads

Тарихы

Дине һәм мифологияһы

Тубаларҙа бала тыуҙырыу

Тубаларҙың ерләү йолаһы

Тубалар хужалығы

Йыйыу

Йыйыуҙың ҡайһы бер тармаҡтары, кәм тигәндә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып, тубаларҙарҙа килемле тауар кәсебе әһәмиәтен ала. Һүҙ тәү сиратта кедр сәтләүеге йыйыу тураһында бара, уны башлыса урыҫ сауҙагәрҙәре һатып алған. XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында тубалар, шалғандар һәм кумандиндарҙа, тире табышынан ғына бер аҙ ҡалышып, сәтләүек кәсебе төп эш хаҡы статьяһын тәшкил итә. Был ваҡытта урыҫтар аҡсаға һатып алған йәки онға алмаштырған айыу йыуаһы (черемша) әҙерләү ҙә үҫеш ала. Боронғо йыйыуҙарҙан тубаларҙа урыҫ күскенселәре йоғонтоһонда умартасылыҡ та барлыҡҡа килә. Ҡырағай бал ҡорттарының балын йыйыу ысын умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ кәсебенә әйләнә.

Тимер эшкәртеү

Remove ads

Көнкүреш

Туҡланыу

Туҙҙан кәрәк-яраҡ предметтарын етештереү

Халыҡ иҫәбен алыу

Совет осорондағы халыҡ иҫәбен алыу (1926 йылдан тыш) тубаларҙарҙы алтайҙар составына индерә. 2000 йылда тубалар Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы аҫаба халыҡтары иҫәбенә индерелә (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2000 йылдың 24 мартындағы 255-се Ҡарары). 2002 йылғы Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уларҙы үҙ теленә эйә айырым халыҡ тип, 2010 йылғы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алтайҙар составындағы субэтнос тип иҫәпләй.

Remove ads

Һаны һәм таралып ултырыуы

Теле

Тубалар теле бәхәсле рәүештә йә төньяҡ алтай төркөмөнә, йә ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ (хакас) төркөмсәһенә (алтай тел ғаиләһенең төрки тармағы) ҡарай. Рәсми рәүештә тубалар һәм тубалар теле айырым халыҡ һәм тел тип танылған. Әммә этнографтар яңы классификация буйынса уларҙы төньяҡ алтай (кумандин-шалған) теле составына (тубалар һөйләше булараҡ) йәки көньяҡ алтай (төп алтай) теле составына индерергә ынтыла[11].

Remove ads

Генетикаһы

Аутосом ДНК-һы буйынса тубалар шалғандарға яҡыныраҡ. Y-хромосома Буйынса R1a гаплотөркөмө өҫтөнлөк итә. Артабан Y-хромосомалы Q Һәм N гаплотөркөмдәре килә[12].

Y-хромосомалы гаплотөркөмдәрҙе өйрәнеү мәғлүмәттәре буйынса, тубалар көнбайыш-евразия кластерына ҡарай[13].

Тубаларҙа Көньяҡ-Көнсығыш Азияла киң таралған в4b1 митохондриаль гаплотөркөмө (6,3%) асыҡланған. Митохондриаль D гаплотөркөмө тубаларҙа 27 % -ҡа етә (D4b1 и D4j — по 7,0 %, D4o — 4,2 %). Доля U4b составляет 14,7 %, C4b — 13,9 %, A-16362 — 6,9 %, U5a — 6,3 %, G2 — 2,1 %, Х2e — 0,7 % тәшкил итә[14].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads