Тәңретау

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тәңретау
Remove ads

Тәңретау йәки Тянь-Шань (ҡыт. ғәҙәти 天山山脈, ябайл. 天山山脉, пиньин: Tiānshān shānmài, уйғ. تەڭرىتاغ, Тәңри тағ, ҡырғ. Ала-Тоо, Теңир-Тоо, ҡаҙ. Алатау, үзб. Tyan Shan, монг. Тэнгэр уул) — Урта Азияның биш иле — Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (Синьцзян-Уйғыр автоном районы), Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан территорияһында урынлашҡан тау системаһы .

Ҡыҫҡа факттар Тянь-Шань, Характеристикалар ...
Remove ads

Атама тарихы

Тянь-Шань һүҙе ҡытайса (天山) «күк тауҙары» тигәнде аңлата. Э. М. Мурзаев фекеренсә, был һүҙҙәр төрки телдең Тәңре (Хоҙай) һәм Нишан (тамға), Тәңре-Нишан һүҙҙәренең күсермәһенән килеп сыҡҡан.[2]

Географик һүрәтләү

Thumb
М. Пресняков. Тянь-Шань, Ҡырғыҙстан (3 мең м. бейеклектән). Ҡағыҙ, акварель, 2015.

Тәңретауҙың һырттары менә түбәндәгеләр:

  • Төньяҡ Тәңретау: Китмән, Эле Алатау, Көнгәй Алатау һәм Ҡырғыҙ һырттары;
  • Көнсығыш Тәңретау: Быура-Ҡура, Ирән-Ҡабырға, Буғҙы-Ула, Халыҡтау (Ҡарлытау), Һармын-Ула, Ҡоротау һырттары;
  • Көнбайыш Тәңретау: Ҡаратау, Талаҫ Алатау, Сатҡал, Пеҫкәм һәм Үгәм һырттары;
  • Көньяҡ-Көнбайыш Тәңретау: Фирғәнә үҙәнен һәм Фирғәнә һыртының көньяҡ-көнбайыш битен үҙ эсенә алған һырттар;
  • Эске Тәңретау: төньяҡтан Ҡырғыҙ һырты һәм Эҫек-Күл соҡоро, көньяҡтан Ҡаҡшалтау, көнбайыштан Фирғәнә һырты, көнсығыштан — Аҡшыйраҡ тау массивы менән сикләнгән.

Тәңретау донъяның иң юғарылары араһында булып торалар, араларында бейеклеге 6000 метрҙан ашыу утыҙҙан күп түбә бар. Иң юғары нөктәһе — Еңеш суҡыһы (тарихи атамаһы Хан Тәңре, 7439 м) Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автоном районы сигендә урынлашҡан; бейеклеге буйынса икенсе нөктәһе иһә Ҡырғыҙстан менән Ҡаҙағстан сигендәге Хан Тәңре (тарихи атамаһы Ҡантау, 7010 м) тау суҡыһы[3].

Үҙәк Тәңретауҙан көнбайышҡа өс тау сылбыры китә, көнбайышта Фирғәнә һырты менән тоташа.

Тәңретау көнбайыштан көнсығышҡа 2500 километрға һуҙылған. Терегөмөш, һөрмә, ҡурғаш, кадмий, цинк, көмөш, соҡорҙарында нифт ятҡылыҡтары бар. Тауҙар күбеһенсә бейек, 3200 метрҙан ашҡас иһә бөтә ер мәңге туңлыҡ.

Remove ads

Кәшефе

Беренсе Европа кәшифе 1856 йылда Петр Петрович Семёнов булды, был эше өсөн «Семёнов-Тян-Шанский» намын алған.

1840-нсы йылдарҙа борҡан эҙләү өсөн кәшефтәрҙе миғмәр һәм рәссам Томас Уитлам Аткинсон үткәрә, сәйәхәтен Лондонда 1858-нсе йылда сығарған китабында һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads