Тәүкеше

мифологияла һәм диндә кешелектең, ата-бабаһы, антропогоник мифтар персонажы From Wikipedia, the free encyclopedia

Тәүкеше
Remove ads

Тәүкеше — мифологияла һәм диндә кешелектең, ата-бабаһы, антропогоник мифтар[1]персонажы.

Ҡыҫҡа факттар Модель элементы ...
Thumb
Ун сфиротараһынан Адам Кадмон, Кристиан Гинсбург китабынан, 1865

Күп кенә мифологияларҙа, мифопоэтик һәм дини-фәлсәфәүи традицияларҙа тәүкеше — йыһан есеме, антропоморфикланған донъя моделе. Ғаләм тәү кеше тәненең ағзаларынан барлыҡҡа килә, был донъя мифопоэтик картинаһына хас макрокосм һәм микрокосм параллелизмын һәм был ике әйберҙең изоморфизмын һәм уларҙың бер төрлөлөгөн аңлата. Тәүкеше тәненең ағзаларын ғаләмдең конкрет өлөштәренән төҙөү тураһында ҡайһы бер космологик текстар, әммә уның сиктәрендә тәүкеше кәүҙәһе беренсел һәм башланғыс, ә космик ҡоролма икенсел һәм уның сығарылмаһы булып тора тигән мотив йышыраҡ осрай [2].

Хәҙерге фәндә «тәүкеше» төшөнсәһе коррект түгел тип ҡарала, сөнки кеше айырым зат булараҡ түгел, тотош популяциялар сиктәрендә өҙлөкһөҙ эволюция процессы рәүешендә барлыҡҡа килгән.

Remove ads

Антропогоник мифтар

Кеше мифик осорҙа, эмпирик (тарихи) «профан» ваҡытынан алдағы үҙенсәлекле башланғыс сакраль осорҙа барлыҡҡа килә (хасил була)[3]. Кеше нәҫеленең һәм айырым халыҡтың, тәүкешенең йәки тәүге парҙың, һәр айырым кешенең килеп сығышы айырылмай, бының менән күп йолаларҙа ҡәбилә атамаһының һәм «кеше» һүҙенең (айндар, кеттар һ. б.) оҡшаш булыуы мөмкинлегенә бәйле. Бәғзе мифтар кешенең боронғо заманда, мифик осорҙа барлыҡҡа килеүен һәм уның мифологик прообразынан аңлашылған һәр аныҡ кеше тыуыуына тиңләштерә. Башҡа осраҡтарҙа мифтар кеше һәм уның йәнен (күңеле) барлыҡҡа килтереүҙе (хасил итеүҙе) айырып йөрөтә, ул уның айырым өлөшө йәки үҙ яҙмышына эйә булған бик күп өлөштәре булып һанала. Ҡайһы бер мифтарҙа айырым кеше ағзаларының, йөрәгенең, күҙҙәренең һ. б. барлыҡҡа килеүе тураһында бәйән ителә. Күп мифтарға ярашлы, башта йыһандағы барлыҡ йән эйәләре лә — бөтә йәнлектәр ҙә, хайуандар ҙа, күренештәр ҙә (ҡояш, ай, йондоҙҙар) антропоморф ҡиәфәткә эйә булған, ҡәбиләнең урынлашҡан урыны һәм йыш ҡына «тәүкеше» тәненең өлөштәренән килеп сыҡҡан тип тасуирланыуы мөмкин. Шуға бәйле кешенең барлыҡҡа килеүе уны булдырыу түгел, ә кешенең кешегә оҡшаш булған һәм ваҡыт үтеү менән кеше ҡиәфәтен юғалта барған башҡа йән эйәләренән бүленеү булараҡ та бирелә[1].

Remove ads

Мифологик йыһан моделе

Кеше тәне, уның функциялары, тән һәм рухи тәжрибәһе тирә-яҡтағы ысынбарлыҡты архаик классификацияһының, шул иҫәптән ҡаршы фекерҙәр серияһының (уң һәм һул, өҫкө һәм аҫҡы, йоп һәм таҡ, ут һәм һыу һ. б.), өс тәүтөҫтө (ҡыҙыл — ҡан, аҡ — һөт һәм ҡара бүлендектәр төҫө булараҡ) айырып алыуҙың нигеҙендә ята. Макро-микро тап килеүҙәр сиктәрендә архаик классификация ҡорбан килтереү ритуалында сағыла[2]. Тәүкешенең типик миҫалы булып (исеме «тулыландырыу» ҡылымынан яһалған мәғәнәгә эйә) ведий мифологияһында тасуирланған Пуруша һанала. Был матдилыҡты кәүҙәләндергән персонаж йыһанды «тултыра» («Пуруша бит — ул йыһан», Ригведа, Х 90, 2). Уны илаһтарға ҡорбан иткәндәр. Был ҡорбан гимндар, көйҙәр, шиғри үлсәмдәр, йола формулалары; аттар, үгеҙҙәр, кәзәләр һәм һарыҡтар; аллалар; йыһан һәм социаль ҡоролош элементтарын тыуҙырған. Иран мифологияһында тәүге кеше функцияһын Ормаздың (Аһура Мазда) алтынсы заты Гайомарт үтәй, уны ерҙән («Бундахишн») булдырған. Һуңынан яҡтылыҡтан һәм күк дымынан кеше һәм үгеҙҙәрҙең орлоғо барлыҡҡа килтерелгән, был орлоҡ Гайомарттың тәненә һалынған, һәм ул кешелектең ата — бабаһы, прототибы булып киткән. Иран традицияһы тәүкешенең кәүҙә өлөштәрен йыһан элементтары менән тиңләштерә: кәүҙәһе йәки һөйәктәре — ер менән, ҡаны — һыу менән, сәстәре — үҫемлектәр менән, күреү һәләте — ут менән, тын алыуы — ел менән бәйле. Скандинавия Эддаһында бер нисә тигеҙләү бар, уларҙың мотивы булып Имир йыһан алпамышаһының тән өлөштәрен (эске психик йоғонтоноң тышҡы күренешкә әүерелеүе) «экстериоризациялау» тора. Раввин әҙәбиәте Изге Яҙма Әҙәмен ғәйәт ҙур кеше итеп һүрәтләй. Уның буйы ерҙән алып күккә тиклем, төньяҡтан көньяҡҡа, көнбайыштан көнсығышҡа тиклем бөтә ерҙе тултырған. Фәрештәләр уның ҙурлығынан ҡурҡҡан, шул саҡта Алла Әҙәмде бәләкәйләткән. Ул яҡтылыҡ йөрөтөүсе итеп һүрәтләнә, үҙенең табаны менән ул ҡояш дискын ҡаплай, бөтә донъяны сигенән алып сигенә тиклем күрә ала. Әҙәм менән Һауа мәсихселәр апокрифтарында ҡояш һәм йондоҙға оҡшаш. Ғөмүмән, Әҙәмдең йыһани тәбиғәтенә раввин легендаһы ла күрһәтә — тәүҙә ул ике йөҙлө булған, ләкин һуңынан Алла уны урталай ярған һәм икенсе яртыһынан Һауаны барлыҡҡа килтергән. Сюжеттарҙың береһендә Әҙәмдең башы өсөн ер — Иерусалимдан, тәне өсөн — Вавилондан, тәненең башҡа өлөштәре өсөн башҡа илдәрҙән алынған булған. «Сефер хасидим» («Диндарҙар китабы») тигән урта быуат мистик тексында әйтелгәнсә, бөтә донъяны тултырған Әҙәмде, тәненең өлөштәрен эҙмә — эҙлекле киҫеп, Алла бөтә донъяға таратҡан. Айырым миф-поэтик текстар тәүкешенең донъя менән рухи метафизик аспектта бәйләнеше тураһында бәйән итә. Мәҫәлән, Филон («De confusione linguarum» — «Телдәрҙе ҡатнаштырыу тураһында»-«О смешении языков», 11) «Күк Әҙәме»н йәшәйеште мәғәнәүи тулыландырыусы итеп күрһәтелгән Логосҡа тиңләй. Ғәләмдә бар нәмәне булдырған тәүкешенең бер варианты Праджапатиҙың Һүҙ менән ир-ҡатын бәйләнеше һәм йыһан элементтарын кәүҙәләндергән илаһтарҙы тыуҙырыуы тураһында һинд мифологик мотивы менән дә параллель үткәреп була[2].

Remove ads

Халыҡ медицинаһы

Архаик халыҡ медицинаһы сиктәрендә кәүҙә өлөштәре уларҙың беренсе кешегә һәм йыһан есеменә арналған оҡшатыу һәм миф системаһын билдәләүсе миф-поэтик семантикаһына ярашлы ҡарала. Ауырыуҙарҙан медицина имләүҙәре кәүҙә өлөштәренең айырым булыуы, уларҙың составын һәм иерархияһы тураһында күҙаллауҙарҙы аңлата. Кеше тәненән ауырыуының сығыуы («оҙатылыуы») эске-тән өлкәһенең тышҡы-ғаләмдәге экстериорацияһына ярашлы. «Ҡара» ммләүҙәр һәм заклинаниелар ярҙамында сир «ебәрелеүе» кире күренеш, тышҡы өлкәне эске донъяға интериоризациялауы тип ҡабул ителә. Кешенең «агрегатлығы» һәм уның психологик аспектын психология темаһына буддий трактаты «Дхаммасангани» сағылдыра[2].

Фәнни күҙаллауҙар

Хәҙерге фәндә «тәүкеше» төшөнсәһе хаталы тип ҡарала, сөнки кеше аҡрынлап һәм айырым заттар булып түгел, ә тотош популяциялар сиктәрендә барған өҙлөкһөҙ эволюция процесы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге биологик системала бөтә хәҙерге кешеләр кеше (лат. Homo) нәҫеленә ингән аҡыллы кеше (лат. Homo sapiens) булып һанала. Күпселек тикшеренеүселәрҙең иҫәпләүенсә, Homo нәҫеле Афар австралопитегынан килеп сыҡҡан. Homo нәҫелен австралопитектарҙан айырып торған морфологик үҙенсәлектәрҙе билдәләү бәхәстәр тыуҙыра. Уларға мейе күләме (мейе Рубиконы — 600—800 см³) һәм ҡул суғы төҙөлөшө инә, ләкин күп ғалимдар был критерийҙарҙы хата тип иҫәпләй. Антропологияла Homo нәҫеленә ҡараған иң боронғо вәкилдәре тип рудольф кешеһе (Homo rudolfensis) һәм (күп кенә ғалимдар уны «киң мәғәнәлә» эш белгән (Homo habilis) политипик төргә) Африка кешеләре төрҙәре иҫәпләнә. мәғдән кешеһе Үҙенең айырылғыһыҙ ҡөҙрәтле булыуы һәм оҫта кешеһе һанала (ҡайһы бер ғалимдар уларҙы бер политипик төргә берләштерә). Ошо Homo кешеләренең иртә төрҙәре эволюцион үҙгәреп Homo ergaster төрөнә әйләнгән. Һуңғыһы вәкилдәре Азияға күсеп килгән һәм Homo erectus төрөнә башланғыс биргән. Африкала Homo ergaste төрөнән гейдельберг кешеһе (Homo heidelbergensis) барлыҡҡа килгән. Гейдельберг кешеһе 250—100 мең йыл элек эволюция барышында Homo sapiens, Европала яҡынса 70 мең йыл элек неадерталецтар (Homo neanderthalensis) «классик» формаһына күскән[4][5].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Кешенең тиҙ үҫешеү зоналары
  • Алланың Әҙәмде барлыҡҡа килтереүе тураһындағы хикәйәт
  • Һуңғы кеше

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads