Комиссаров Фәтҡулла Абдулла улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Комиссаров Фәтҡулла Абдулла улы (15 июнь 1922 йыл — 24 июль 1981 йыл) — офицер дәрәжәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Remove ads
Биографияһы
Фәтҡулла Абдулла улы Комиссаров 1922 йылдың 15 июнендә БАССР-ҙың Мәләүез районы Эткөсөк ауылында тыуған.
1935 йылда Стәрлетамаҡ сәйәси ағартыу мәктәбен тамамлай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итергә саҡырыла.
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, офицер булараҡ, артиллерия батареяһына етәкселек итә.
Һуғыштан һуң Йомағужа районының «Ударсы» гәзите мөхәррире була.
1954—1981 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитенең көньяҡ зона буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.
Мәләүез районының Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия булдырылған.
Remove ads
Ижады
Фәтҡулла Комиссаров, журналист булараҡ, мәҡәлә, очерктарында XX быуаттың икенсе яртыһында, социализм осоронда, йәшәгән замандаштарының намыҫлы фиҙакәр хеҙмәтен, эскерһеҙ яҡташтарының образдарын тыуҙыра. Ул шулай уҡ әҫәрҙәрендә тыуған яғының тарихи үткәнен үҙенсәлекле сағылдыра.
Ф. А. Комиссаров үҙенең күргән, кисергәндәрен шиғыр, хикәйә һәм повесть итеп тә яҙа.
Әҫәрҙәре
- Намыҫ (очерктар). — Өфө, 1970;
- Дауыл булып үттем дауылдарҙа. — Мәләүез, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Почёт Билдәһе ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.06.1944)[1]
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads