Халифман Александр Валерьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Александр Валерьевич Халифман (18 ғинуар 1966 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1990).
ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы (1999). Рәсәй командаһы составында өс тапҡыр Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1992, 2000, 2002). Рәсәй командаһы составында Донъяның команда чемпионаты еңеүсеһе (1997). 1996 йылда Рәсәй чемпионы. Ике тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһы чемпионы (1996, 1997). 1986 йылда Юниорҙар араһында Европа чемпионы. 1982 йылда үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы.
Иң юғары рейтингы — 2702 пункт (октябрь 2001, ғинуар — апрель 2003).
Remove ads
Биографияһы
Александр Валерьевич Халифман 1966 йылдың 18 ғинуарында Ленинград ҡалаһында тыуа. Биш йәшендә атаһы шахмат уйнарға өйрәтә. 8 фйәшендә инде ул Жданов исемендәге Пионерҙар йортонда тәжрибәле мастер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Василий Михайлович Бывшевта шөғөлләнә башалй. 13 йәшендә мастерлыҡҡа кандидат була, 15 йәшендә — уҡыусылар араһында Ленинград чемпионы[7].
Ленинград дәүләт университетының математика-механика факультетында уҡый (1986 йылда инә), әммә тамамламай, һәм бының өсөн үкенмәй[8].
1999 йылда Халифман Лас-Вегас ҡалаһында ФИДЕ-ның нокаут-системаһы буйынса донъя чемпионатында еңә. Был чемпионатта рейтинг буйынса иң көслө ике шахматсы — Гарри Каспаров һәм Вишванатан Ананд ҡатнашыуҙан баш тарта.
Дебют теорияһы буйынса популяр китаптар серияһы авторы. Шахмат мәктәбен ойоштора[9].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads