Хлорофилл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Хлорофи́лл ( юнан. χλωρός, «йәшел» һәм φύλλον, «япраҡ») — үҫемлектәрҙе йәшел төҫкә буяй торған пигмент. Уның ҡатнашлығында фотосинтез бара. Химик төҙөлөшө буйынса хлорофилл — төрлө тетрапирролдарҙың магнийлы комплекстары . Хлорофилл порфирин төҙөлөшлө һәм гемдарға яҡын.

Remove ads
Тарихынан
1817 йылда француз химиктары һәм фармацевтары Жозеф Бьенеме Каванту һәм Пьер Жозеф Пеллетье үҫемлек япрағынан йәшел пигмент айырып алғандар һәм хлорофилл тип атағандар [3].
Хлорофилл Е140 аҙыҡ өҫтәлмәһе булараҡ теркәлгән.
1960 йылда америкалы химик-органик Роберт Вудворд синтез юлы менән хлорофилл эшләй.
Синтез 3 этаптан торған 15 реакцияны үҙ эсенә ала. Хлорофилл синтезы өсөн сығанаҡ матдәләр булып глицин һәм ацетат тора.
Remove ads
Химик структураһы
Хлорофилды протопорфирин (порфирин) һәм ике карбоксил төркөм сығарылмаһы итеп ҡарарға мөмкин. Улар башлыса сағыу буялған һәм флуоресценция сифатына эйә була.
Хлорофилл яҡтылыҡта тотороҡһоҙ. Ул кристалл рәүешендә була ала . H2O йәки Ca2+ органик иреткестәргә ҡушылыу кристаллашыуға булышлыҡ итә .
- Хлорофилдың дөйөм структураһы a, b и d
- Хлорофилл а һәм Хлорофилл b молекулаларының ҡояш нурын йотоу спектры (зәңгәр) и b (ҡыҙыл)
- Үҫемлектәрҙең йәшел пигменты хроматограммаһы
Remove ads
Ҡулланылышы
Хлорофилл аҙыҡ буяуҙары ( европа реестрында теркәү номеры E140) булараҡ ҡулланыла, мәгәр этанол иретмәләрҙә һаҡлау, бигерәк тә әсе мөхиттә, уны тотороҡһоҙ итә, бысраҡ һоро-йәшел төҫкә инә һәм тәбиғи буяу булараҡ ҡулланыу мөмкин түгел. Шулай уҡ һыуҙа натив төрө иремәү ҙә уны аҙыҡ-түлек буяуы итеп ҡулланыуҙы сикләй. Әммә кондитер изделиелары бешергәндә синтетик буяуҙарҙы ярайһы уңышлы алмаштыра.
Яһалма хлорофилл — баҡыр хлофиллин комплексы (тринатрий тоҙҙары) аҙыҡ-түлек буяуы сифатында ( европа реестры теркәү номеры E141) ҡулланыла. Натив хлорофилдан айырмалы рәүештә, баҡыр комплексы әсе мөхиттә тотороҡло, зөбәржәт йәшел төҫтә була һәм оҙаҡ һаҡлана, һыуҙа һәм һыулы-спиртлы иретмәләрҙә ирей. Америка (USP) һәм Европа (EP) фармакопеялары баҡыр хлорофилды аҙыҡ-түлек буяуҙарына индерә, әммә ауыр металл булараҡ, баҡыр концентрацияһына лимит ҡаралған.
- Хлорофилл япраҡтарға йәшел төҫ бирә һәм фотосинтез ваҡытында яҡтылыҡты йота
- Эукариот күҙәнәктәрендә хлорофилл ғәҙәттә табаҡсаларҙа туплана
- Хлорофилдың донъя океаны өҫтөндә таралыуы 1998 - 2006 йылдар осоронда. SeaWiFS спутник приборы мәғлүмәттәре буйынса төшөрөлгән карта
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads