Хонсю

From Wikipedia, the free encyclopedia

Хонсюmap
Remove ads

Хо́нсю́ (япон. 本州 хонсю)[1][2], шулай уҡ Хо́ндо[3], Ниппо́н (хәҙер бик һирәк ҡулланыла) — Япон архипелагының иң ҙур утрауы.

Ҡыҫҡа факттар Хонсю, Характеристики ...
Remove ads

Географияһы

Thumb
Фудзи янартауы (вулканы) — утрауҙағы һәм тотош Япониялағы иң билдәле объект.

Утрауҙың оҙонлоғо 1300 километр, киңлеге 50 — 230 километр араһында тирбәлә. Уның дөйөм майҙаны 227 969,74 квадрат километр[4] тәшкил итә, яҡынса Японияның дөйөм майҙанының 60 процентын алып тора. Хонсю Бөйөк Британия (Британ утрауҙары) утрауынан саҡ ҡына бәләкәйерәк. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо 5450 километрға етә.

Хонсюның рельефы таулы. Араларында янартауҙар күп. Уларҙың иң ҙуры — Фудзи тауы (3776 м), Японияның символы булып тора. Уның арҡаһында Хонсю донъяның етенсе иң бейек утрауы булып һанала. Утрауҙың иң ҙур йылғаһы — Синано. Хоснюның климаты бик үҙенсәлекле — төньяҡта континенталь климат хөкөм һөрһә, көньяҡта субтропик климат хакимлыҡ итеүе мөмкин. Утрауҙың тауҙары уның төньяҡ-көнсығыш (Тымыҡ океан) һәм төньяҡ-көнбайыш (Япон диңгеҙе) өлөшөндәге климаттың айырмаһына йоғонто яһай.

Хонсюла бик йыш ер тетрәй, сөнки ул билдәле бер дәүер эсендә барлыҡҡа килгән өс ҡатламдың тоташҡан ерендә урынлашҡан.

Remove ads

Төбәктәр һәм префектуралар

Утрау шартлы рәүештә биш: Тюгоку (көнбайыш), Кансай (көньяҡ, Тюгокунан көнсығыштараҡ), Тюбу (үҙәк), Канто (көнсығыш) һәм Тохоку (төньяҡ) төбәккә бүленә һәм Токионы ла индереп, 34 префектураны үҙ эсенә ала. Шулай уҡ был префектуралар составына ҡайһы бер бәләкәй утрауҙар ҙа инә, шуларҙың билдәлерәктәре Огасавара, Садо, Идзу-Осима һәм Авадзи.

  • Тохоку — Аомори, Иватэ, Мияги, Акита, Ямагата, Фукусима префектуралары.
  • Канто —Ибараки, Тотиги, Гумма, Сайтама, Тиба, Токио, Канагава префектуралары.
  • Тюбу — Ниигата, Тояма, Исикава, Фукуи, Яманаси, Нагано, Гифу, Сидзуока, Айти префектуралары.
  • Кансай — Миэ, Сига, Киото, Осака, Хёго, Нара, Вакаяма префектуралары.
  • Тюгоку —Тоттори, Симанэ, Окаяма, Хиросима, Ямагути префектуралары.
Remove ads

Ҡалалары

Хонсю утрауында Японияның иң ҙур ҡалалары: Токио, Иокогама, Осака, Нагоя, Киото, Хиросима һ. б. урынлашҡан.

Халҡы

XIX быуат һуңына тиклем утрауҙа айны халҡы ла йәшәй, әммә улар япондар тарафынан Хоккайдо утрауына ҡыҫырыҡлап сығарыла. Утрауҙың дөйөм халҡы һаны — 100 000 000 кеше (2010 йыл).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads