Хохлов Константин Павлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Хохлов Константин Павлович
Remove ads

Хохлов Константин Павлович (укр. Костянтин Павлович Хохлов;1 ноябрь 1885 йыл — 1 ғинуар 1956 йыл) — СССР һәм Украина актеры, театр режиссеры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1944). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡорт академия драма һәм Урыҫ драма театрҙарында эшләй (1941—1942)[2].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Константин Хохлов 1885 йылдың 1 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. 1895—1905 йылдарҙа Мәскәүҙә Александров коммерция училищеһында уҡый. 1908 йылда Мәскәү театр училищеһын (хәҙер М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы) (уҡытыусыһы А. П. Ленский тамамлай[3].

1917—1920 һәм 1908—1915 йылдарҙа — Мәскәү Художество театры актеры, уның сәхнәһендә « ере мәйет» спектаклендә — Каренин , "Гамлет"та — Горацио ролдәрен уйнай[3]. 1916 йылда беренсе тапҡыр кинематографҡа саҡырыу ала: «Ураган» фильмында Козачевский ролен башҡара.

1921 йылда — Петроградта Ҙур театры актеры, 1922 йылда шул уҡ театрҙа режиссер булараҡ Шекспирҙың «Юлий Цезарь» пьесаһы буйынса спектакль ҡуя. Шул уҡ йылда Ҙур драма театрына баш режиссер итеп тәғәйенләнә, бер нисә спектакль ҡуйып өлгөрәref name="academic">Горбунов М. А. Хохлов, Константин Павлович // Театральная энциклопедия (под ред. П. А. Маркова). М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 4.</ref>. Андрей Лаврентьев театрға кире ҡайтҡандан һуң режиссер булараҡ эшләүен дауам итә .

1925—1930 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Ленинград драма театры режиссеры, 1926—1930 йылдарҙа — «Студия» дәүләт күсмә театры етәксеһе, 1931—1938 йыл дарҙа— Кесе театр режиссеры.

1938 йылда Леся Украинка исемендәге Киев урыҫ драма театры баш режиссеры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә, 1954 йылға тиклем театрҙы етәкләй, СССР-ҙа иң яҡшы театрҙар иҫәбенә ингән театр үҫеше уның исеме менән бәйле[3].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт драма театры (хәҙер — Мәжит Ғафури исемендә) спектаклдәр ҡуя. 1941—1942 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе була, һәм Урыҫ драма театрында ла ике спектакль ҡуя[2].

1954 йылда Ленинградҡа ҡайта һәм Ҙур драма театрын етәкләй, әммә был юлы ла оҙаҡҡа түгел, 1955 йылда көрсөккә эләккән театрҙан китергә мәжбүр була[4].

1922 йылдан алып педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: А, С. Пушкин исемендәге Ленинград драма театры эргәһендәге студияла. (1924—1930), Кесе театр эргәһендәге Мәскәү театр училищеһын (1931—1933, уҡытыусы һәм уҡытыу бүлеге мөдире актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр бирә, шулай уҡ Л. Украинка исемендәге Киев урыҫ драма театры. Л. Украинка (1938—1941, уҡытыусы һәм студияның художество етәксеһе), И. Карпенко-Карый исемендәге Киев театр институты (1939—1941), А. Н. островский исемендәге Ленинград театр институты. (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһы) (1954—1955)[3].

Thumb
Хохлов ҡәбере. С.-Петербург.

1956 йылдың 1 ғинуарында Ленинградта вафат була. Волков зыяратында ерләнгән.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads