Хромченко Эвелина Леонидовна
рәсәй журналисы, яҙыусы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Хромченко Эвелина Леонидовна (27 февраль 1971 йыл) — Рәсәй журналисы, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы һәм яҙыусы[3]. 13 йыл дауамында L Officiel журналының рус версияһының креатив директоры һәм баш мөхәррире вазифаһын башҡара [4].
Remove ads
Биографияһы
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
Эвелина Леонидовна Хромченко 1971 йылдың 27 февралендә Өфө ҡалаһында[5]) иҡтисадсы һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. 9-10 йәшендә Мәскәүгә күсә. Мәскәүҙең күп фәндәрҙе инглиз телендә уҡытҡан № 21 мәктәбен тамамлай, артабан Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында ҡыҙыл дипломға уҡып сыға[6].
Карьераһы
Мәскәү дәүләт университетында уҡыған сағында 1991 йылда Бөтә союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитеттың штаттағы хеҙмәткәре була (балалар һәм үҫмерҙәр өсөн радиотапшырыуҙар редакцияһында, «Смена» радиостанцияһында), бындағы өс йыл эшләү ваҡытында бер нисә тапҡыр вазифаһында (референттан алып күҙәтеүсегә тиклем) күтәрелә, байтаҡ автор радио проекттарының авторы була, шул иҫәптән үҫмер ҡыҙҙар өсөн матурлыҡ һәм мода мәсьәләләренә арналған «Спящая красавица» проектын уйлап сығара. Шулай уҡ «ВИD» телекомпанияһының «Взгляд» программаһы менән хеҙмәттәшлек итә[7].
1992 -1997 йылдарҙа «Европа Плюс» радиостанцияһында мода буйынса даими күҙәтеүсе булып эшләй. 1994 йылда үҫмер ҡыҙҙар өсөн «Маруся» журналын ойоштора.
Эвелина Хромченко 1995 йылда Александр Шумский менән берлектә «Департамент моды Эвелина Хромченко» PR-агентлығына нигеҙ һала, һуңғараҡ, 1996 йылда, был агентлыҡтың исеме «Артефакт» тип атала башлай[8].
«Неделя высокой моды в Москве» проектында йәмәғәтселек менән бәйләнеш проекты етәксеһе була[9], Мәскәүгә Эмануэль Унгаро һәм Гаравани Валентиноның сәфәре ваҡытында "Look Elite Model, " моделдәре конкурсының, «Gucci Group» президенты Доменико де Соль (итал. Domenico De Sole) конкурстарында ла йәмәғәтселек менән бәйләнеш етәксеһе була.
Шул уҡ ваҡытта «Cosmopolitan» [10] , «Elle» [11]баҫмаларында, «Огонек» журналында, «Известия», «Сегодня», «Комсомольская правда», «Новая газета» ваҡытлы мәғлүмәт баҫмаларында штаттан тыш мода күҙәтеүсеһе булып эшләй[12] Шулай уҡ «Европа Плюс» радиоһында мода тураһында «Подиум» программаһын сығара[13].
Мода мәсьәләләре тураһындағы төрлө телепрограммаларҙа консультант булып сығыш яһай. 1998 йылдың 1 ғинуарында мода тураһындағы «Officiel L» журналының русса баҫмаһын етәкләй, журналдың баш мөхәррире һәм креатив директоры була. «ANDAM» [14] , «Русский силуэт», Надежда Ламанова исемендәге[15] йәш дизайнерҙар конкурсында жюри ағзаһы була.
2007 йылдың июленән алып Беренсе каналда «Модный приговор» ток-шоуҙың алып барыусыһы[16]. 2008 йылда был тапшырыу «Күңел асыу программаһы: йәшәү рәүеше» номинацияһында ТЭФИ премияһын ала[17].
2010 йыл йомғаҡтары буйынса Эвелина Леонидовна Хромченко Рәсәйҙәге 25 Toп-популяр алып барыусыһы исемлегенә инә[18].
2011 йылдан алып ул Сити Класс компанияһында мода һәм стиль тураһында лекциялар уҡый һәм мастер-кластар үткәрә[19].
2013 йылдан алып Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында уҡытыусы булып эшләй.
Remove ads
Китабы
2009 йылда «Assouline» нәшриәтендә «Russian style» китабын инглиз һәм француз телендә сығара һәм китаптың презентацияһын, автограф-сессия яһап,Парижда үткәрә[20] [21].
Китап тураһында фекерҙәр
The New York Times гәзитенең «Не русский роман, но новая Россия» (ингл. Not a Novel Russian, but the Novel Russia) мәҡәләһендә Эвелина Хромченко тураһында Natasha Singer былай тип яҙа[22]: «Кеше „араҡы“, „балет“, „Ельцин“ һүҙҙәрен яҡшы белә, — тип һөйләй китап авторы, бынан тыш ул L Officiel журналының русса версияһының баш мөхәррире, Эвелина Хромченко. — Мин уларҙың рус вокабулярын тағы ла бер нисә һүҙ менән байытырға уйланым».
Remove ads
Фильмографияһы
Шәхси тормошо
Александр Шумскийҙә кейәүҙә булған, был никахтан улы Артемий тыуған. Айырылышыуы 2011 йылда рәсмиләштерелә[25].
Ҡыҙыҡлы факттар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads