Хәсәнов Дамир Йосоп улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Хәсәнов Дамир Йосоп улы (19382005) — «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

1938 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуа.

1958 — 1960 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында Совет армияһы сафында стройбатта хеҙмәт итә. Батальондың комсомол комитеты составына, һуңынан партияға инә.

Хәрби хеҙмәттән һуң «Бохара—Урал» газ торбалары һалыу төҙөлөшөнә китә. Ырымбур өлкәһендә трассала буласаҡ тормош иптәшен — Валентина Афанасьевнаны осрата. Уларҙың ике балаһы — улы һәм ҡыҙы тыуа.

«Нефтепроводмонтаж» тресынын 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. «Уренгой—Үҙәк» газ торбаларын һалғанда хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас уҡытыу — производство комбинатында эшләй, йәштәрҙе иретеп йәбештереүсе һөнәренә өйрәтә.

Хәсәнов Дамир Йосоп улы 2005 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.


Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984, илдең мөһим газ торбаларын һалыуҙагы шәхсән индергән ҙур өлөшө, «Уренгой — Үҙәк-1» газ үткәргесен һуҙыуҙа күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн) .
  • Ике Ленин ордены (1980, 1984),
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1973) һәм миҙалдар.
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сергей Каргапольцев. Хасанов Дамир Юсупович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 14 июль 2016.

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads