Цзянси

From Wikipedia, the free encyclopedia

Цзянсиmap
Remove ads

Цзянси (ҡытайса 江西, пиньин телендә Jiāngxī) — Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш провинцияһы. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Наньчан. Халҡы — 44 567 475 кеше (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса провинциялар араһында 13-сө урында).

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...
Remove ads

География

Дөйөм майҙаны – 171 041 км² (17-се урын).

Бөтә донъя мираҫы исемлегенән  провинцияла ошондай объекттар урынлашҡан: Саньциншань милли паркы, Лушань милли паркы, Уи тауы. 

Тарих

Провинция Гань йылғаһы буйлап урынлашҡан, борон был ерҙәр аша Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөнә төп юл үткән. Был тауҙар аша үткән иң уңайлы юлдарҙың береһе булған.

Боронғо Ҡытайҙа был ерҙәргә цивилизация килеп етмәгән, шулай ҙа күҙаллауҙар буйынса Юэ халҡы йәшәгән. Һуңыраҡ Яҙ һәм Көҙ дәүерендә бында У батшалығының көнбайыш өлөшө урынлашҡан булған. Ай (艾) һәм По (番, һуңынан 潘) ҡалалары тураһындағы яҙыуҙар һаҡланып ҡалған. Һуңыраҡ У батшалығының ерҙәрен Юэ батшалығы биләй, төньяҡ өлөшөн Чу батшалығы баҫып ала. Беҙҙең эраға тиклем 333 йылда Чу Юэны еңә, ә беҙҙең эраға тиклем 221 йылда провинцияның ерҙәре Цин берҙәм империяһына инә.

Өлкә әүҙем үҙләштерелә башлай, күсеп килеүселәр күп кенә тораҡ пункттар төҙөй.

Хань дәүләте ойошторолған саҡта, 8 өйәҙ территорияһы берләштерелә. Ючжан тип аталған был провинция яҡынса хәҙерге Цзянси провинцияһы биләмәһенә тура килә.

Ентеклерәк мәғлүмәт Исеме, Урынлашҡан ере ...

Тан династияһы ваҡытында (исеменә ярашлы «йылғанан көньяҡҡа») Янцзы йылғаһының көньяғынан урынлашҡан, әлеге Цзянси провинцияһын да ҡушып, Цзяннань провинцияһы барлыҡҡа килә. 733-сө йылда Цзяннань провинцияһы көнсығыш һәм көнбайыш өлөшөнә бүленә, көнбайыш яғы Цзянси исемен ала (Йылғаның көнбайыш өлөшө).


Ул ваҡытта провинция 9 өйәҙгә (чжоу) бүленгән булған:

Хун hóng
Жао ráo
Цянь qián
Цзи
Цзян jiāng
Юань yuán
Фу
Синь xìn

Аҙаҡ та провинцияның төҙөлөшө бик күп тапҡырҙар үҙгәртелә.

Цин династияһы ҡолағандан һуң провинция Ҡытай коммунистарының һәм революция яғына күскән крәҫтиәндәрҙең таянысы була. 1927йылдың 1 авгусында Наньчян ихтилалы була. Һуңыраҡ провинцияның бер өлөшөн коммунистар яулап ала, 1931 йылда, «Ҡыҙыл баш ҡала» тип йөрөтөлгән, үҙәге Жуйцзине лә булған Ҡытай Совет Республикаһы ойошторола. 1935 йылда, бер-бер артлы еңелеүҙәрҙән һуң, коммунистар ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм легендар 8-се Армияның Яньангә Бөйөк походы башлана.

Remove ads

Административ ҡоролошо

Цзянси провинцияһы 11 ҡала округына бүленә:

Ентеклерәк мәғлүмәт Карта, # ...

Иҡтисад

Мәҙәниәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads