Чариков Владимир Петрович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Чариков Владимир Петрович (23 октябрь 1949 йыл — 17 ғинуар 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Петрович Чариков 1949 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1977 йылда ул П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. Ул «Салауат Юлаев» (1967-70) һәм СКА (Куйбышев) (1970-72) спорт клубтары командалары өсөн уйнай.
1972 йылдан алып «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер — уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987 йылда — «Зенит» ирекле спорт йәмғиәте Үҙәк советының үҫмерҙәр йыйылма командаһы өлкән тренеры, 1991 йылдан — баш администраторы, 1999—2010 йылдарҙа — «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәксеһе. Уның етәкселеге аҫтында «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ының үҫмерҙәр командаһы СССР беренселегенең көмөш призеры була (1988), «Салауат Юлаев» хоккей клубы — Рәсәй чемпионы (2008), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995-96), Рәсәй (1997) һәм континенталь хоккей лигаһы (2010) чемпионаттарының бронза призеры. Чариков Владимир Петровичтың тәрбиәләнеүселәре араһында А. А. Емелин, шулай уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙары. Владимир Петрович 2015 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998).
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads