Черкасов Владимир Иванович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Черкасов Владимир Иванович (23 июнь 1918 йыл — 22 октябрь 1943 йыл) — 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Иванович Черкасов 1918 йылдың 23 июнендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ете синыф тамамлаған. 1943 йылдан — ВКП б) ағзалығына кандидат.

Владимир Иванович Рыбинск ҡалаһында һәм Өфө моторҙар эшләү заводында башта — токарь, һуңынан бригадир булып эшләй.

Ҡыҙыл Армия сафына 1938 йылда Өфө ҡала военкоматы тарафынан саҡырыла. 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1943 йыл 15 февраленән. Үҙәк фронтында һуғыша.

188-се Аргун уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (106-се Байҡал аръяғы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 22 октябрендә һәләк була, Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районындағы Чаплин ҡасабаһында ерләнгән е[1][2].

Remove ads

Батырлығы

«Сержант В. И. Черкасов үҙенең станок пулемёты расчеты менән беренселәрҙән булып Лоев ҡасабаһы тирәһендәге (Гомель өлкәһе) Днепр аша сыға һәм йылғаның уң ярында нығына. Баҫып алыу төркөмдәре һәм башҡа подразделениелар йылға аша сыҡҡан саҡта уларҙы пулемёт уты менән ҡаплап тора. Бер үк ваҡытта 3 дошман контратакаһын кире ҡаға, 50 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә; 16 октябрҙә сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра һәм плацдармда алыш менән етәкселек итә»[3].

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1943 йылдың 30 октябрендә бирелә[3].

Remove ads

Хәтер

  • Лоев ҡасабаһында (Белоруссия) Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads