Черных Юрий Алексеевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Черных Юрий Алексеевич (11 февраль 1952 йыл) — 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе. «Салаватнефтемаш» йәмғиәтенең генераль директоры (1995—2005). Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Remove ads
Биографияһы
Черных Юрий Алексеевич 1952 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған[1][2].
1975 йылда инженер-механик һөнәре буйынса Силәбе политехник институтын тамамлай.
1975—1976 йылдарҙа Новосибирск ҡалаһында «Сибсельмаш» заводының 17-се һанлы цехының инженер-технологы булып эшләй.
1976—1988 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» йәмғиәтендә инженер; баш конструктор бүлегенең өлкән инженеры; производство-диспетчерлыҡ бүлеге бюроһы начальнигы; етештереүгә әҙерләү бүлеге начальнигы була.
1979 йылдан Рубцово транспорт машиналар эшләү заводының Ишембай филиалында технолог булып эшләй.
1988—1989 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе заводының партия комитеты секретары, баш инженеры вазифаларын башҡара.
1995—2005 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» ААЙ-һы генераль директоры булып эшләй.
Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған.
1995 йылдан Салауат ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Ә ике саҡырылышта 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе була. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы.
Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе
- Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы
- «Сифат өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе («Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары — 2007»).
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads