Чесма районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Чесма районы — Силәбе өлкәһе районы.
Remove ads
Этимологияһы
Чесма — ауыл, район үҙәге.
1843 йылда хәрби биләмә — Ырымбур казак ғәскәренең яңы һыҙат районында 30-сы һанлы посы булараҡ нигеҙләнгән. Исеме 1770 йылдың 7 июлендә Эгей диңгеҙендә Төркиәнең Чесмен бухтаһында Рәсәй флотының еңеүе иҫтәлегенә бирелә. Чесма — төрөксә шишмә — «источник», «родник».
Тарихы
1935 йылдың 18 ғинуарында Варна, Кочкар, Нуғайбәк һәм Троицк райондарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған. 1962 йылда Чесма районы Силәбе өлкәһе берәмеге булараҡ бөтөрөлә. Ерҙәр һәм предприятиелар тәүҙә Варна районына (1962 йыл), һуңынан — 1964 йылда Троицк районына тапшырыла. Чесма районының элекке сиктәре 1965 йылдың 25 ғинуарында тергеҙелә[2].
5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
2006
2011
2016
- Милли составы
Халыҡтың милли составы тарихи миграция процестары менән билдәләнә, районда урыҫтар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, украиндар, белорустар, әзербайжандар, грузиндар, әрмәндәр, мордвалар йәшәй.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
