Рәхмәтуллин Шамил Рахман улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Рәхмәтуллин Шамил Рахман улы (1 сентябрь 1930 йыл — 22 апрель 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, драматург. РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.
Remove ads
Биографияһы
Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин 1930 йылдың 1 сентябрендә Төмән өлкәһенең Каргасок районы Һөрөнтө ауылында тыуған.
1952 йылда Башҡорт дәүләт музыка училищеһының театр бүлеген (педагогы Х. Г. Бухарский) тамамлай, 1959 йылда — А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты (Б. В. Бибиков класы) тамамлай. Башҡортостан театрҙарында: 1952—1954 йылдарҙа — Ауырғазы колхоз-совхоз театрында, 1959 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Драматург булараҡ, Башҡорт академия драма театры, Салауат драма театры, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры сәхнәләрендә «Үлер алдынан» комедияһын (1967), «Түгелмә, шатлығым!» драмаһын (1985), «Алмағастар сәскә атты …» (1990), «Уйынлы-ысынлы» водевилын(1994) ҡуйҙы. Режиссёр булараҡ, Кирәй Мәргән, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Мөхәммәт Хәйҙәров, Илдар Юзеев, В. Терентьев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса пьесалар ҡуйҙы. Радио- һәм телеспектаклдәрҙә уйнай. 1981 йылда «Чио-чио-сан» («Молдовафильм») фильм-операһында киноға төшә.
Remove ads
Театрҙағы ролдәре
Хужа Насретдин («Хужа Насретдин» комедияһы, Нәҡи Иҫәнбәт), Низами («Кейәү», Хәбибулла Ибраһимов), Әбләй Әүәлбаев («Бажалар», Ибраһим Абдуллин), Талип («Яҙмыштан уҙмыш бар!», Мостай Кәрим — Рифҡәт Исрафилов), Диуана («Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим), Ярлыҡапов («Йырланмаған йыр», Мостай Кәрим), Гермес («Ташлама утты, Прометей!», Мостай Кәрим), Аким («Ҡараңғылыҡ хакимлығы», Лев Толстой), Фаюнин («Баҫып инеү», Леонид Леонов), Ҙур сумаҙанлы кеше («Юғалған бер көн», Аяз Ғиләжев), Һатыбал («Мөхәббәткә кәртә юҡ», Наил Ғәитбаев).
Remove ads
Хәтер
- Өфө ҡалаһында Шамил Рәхмәтуллин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- Башҡорт дәүләт академия драма театры. Төҙөүселәр В .Г .Ғәлимов, C.С.Сәитов. Өфө, 1969.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads