Шапошникова Наталья Витальевна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шапошникова Наталья Витальевна (24 июнь 1961 йыл, Дондағы Ростов, РСФСР, СССР) — совет спортсыһы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1980).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

«Динамо» өсөн сығыш яһаны (Дондағы Ростов).

Командалы беренселектә һәм терәк һикереүҙә 1980 йылғы Олимпия уйындарының 2 тапҡыр чемпионы, 1980 йылғы Олимпия уйындарында бүрәнәлә күнегеүҙәрҙә һәм ирекле күнегеүҙәрҙә 2 тапҡыр бронза яулай. 

1978 команда ярыштарында донъя чемпионы. 1979  команда беренселегендә донъя чемпионатының көмөш призеры. 1978 йылда күпбәйгелә донъя чемпионатының бронза призеры була.

Әлеге ваҡытта Америка Ҡушма штаттарында йәшәй, шунда ире һәм ҡыҙы менән бергә Нью- Джерси штатының Вест Патерсон ҡалаһында «Gymnastika» мәктәбендә эшләй[2].

Remove ads

Спорт ҡаҙаныштары[3]

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Турнир ...
  • 1979 йылда бүрәнәлә күнегеүҙәрҙә Европа чемпионы.
  • 1979 йылда ирекле күнегеүҙәр буйынса Европа чемпионатының көмөш призеры.
  • 1979 йылда күпбәйгелә һәм терәк һикереүҙә  Европа чемпионатының бронза призеры.
  • 1979 йылда СССР абсолют чемпионы, 1977 йылда терәк һикереү буйынса СССР чемпионы, 1979 йылда бүрәнәлә күнегеүҙәр буйынса СССР чемпионы.
  • 1977, 1979 йылдарҙа күпбәйгелә СССР Кубогы эйәһе[4].
  • Олимпия уйындары — 1980. Команда беренселегендә — алтын.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads