Шарлотт (Төньяҡ Каролина)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шарлотт (Төньяҡ Каролина)map
Remove ads

Шарлотт[18] (ингл. Charlotte, /ˈʃɑrlət/) — АҠШ-та ҡала. Төньяҡ Каролина штатында иң ҙур ҡалаларҙың береһе, халыҡ һаны буйынса Шарлотт АҠШ-тың эре ҡалалары араһында ун етенсе урында тора. Ҡала Мекленбург округындағы Көньяҡ Каролина сигендә урынлашҡан, Мекленбург округының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Charlotte, North Carolina (2019)

Шарлотт ҡалаһында АҠШ-тың иң ҙур банкы— Bank of America банкының штаб-фатиры урынлашҡан, был әһәмиәте буйынса АҠШ-тың икенсе банк һәм финанс майҙаны һәм, үҙенең Атлантик океандың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә географик яҡынлығы арҡаһында һуңғы йылдарҙа Европаға бара торған юлдарға мөһим авиатранспорт үҙәге булып тора.

Шарлотт ҡалаһында Төньяҡ Каролина Университеты бүлексәләренең береһе урынлашҡан.

Шарлотты йыш ҡына «NASCAR йорто» тип атайҙар. Шарлоттан алыҫ түгел Шарлотт Мотор Спидвей трегы урынлашҡан, унда йылына дүрт тапҡыр NASCAR автомобилдә уҙышыу ярыштары үтә, Шарлотт биҫтәләрендә шуға күрә NASCAR командаларының базаһы урынлашҡан, ә ҡаланың үҙендә NASCAR Дан Залы музейы бар.

Remove ads

Географияһы

АҠШ статистика бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡала 629 км² майҙанды биләй, шуларҙың 628 км² ҡоро ергә һәм 1,6 км² һыу ресурстарына тура килә.

Климаты

Шарлотт АҠШ-тың көньяҡ-көнсығышының ҙур өлөшөндәге кеүек дүрт миҙгел менән дымлы субтропик климатҡа эйә. Ҡыштар ҡалала ҡыҫҡа һәм башлыса һалҡын, уртаса температура ғинуарҙа 4,5 °C. Йылда яҡынса 58 төндә һауа температураһы нуль билдәһенә тиклем түбәнәйә йәки, әгәр көндөҙгө температура 0 °C артмаған булһа, нулдән түбән була. Иң ҡоро ай — апрель. Йәй 25,8 °C уртаса температура менән Шарлотта эҫе һәм дымлы. Көндөҙгө 32 °C йылда уртаса 40 көн була. Көҙ, нигеҙҙә, яҙға ҡарағанда йылдың ҡоро ваҡыты[19].

  • Йыллыҡ уртаса температура — +15,4 °C
  • Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,8 м/с
  • Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 67 %
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Демографияһы

2010 йылда АҠШ-та халыҡ иҫәбен алыу буйынса , Шарлотт ҡалаһының раса составы:

  • Аҡтар— 45,1 %
  • Афроамерикандар — 35,0  %
  • Латиноамерикандар — 13,1 %
  • Азиаттар — 5,0 %
  • Төп американлылар — 0,5 %
  • Гаваялы — 0,1 %
  • Ике йәки унан күберәк расалар — 1,2 %

Ҡалала уртаса йыллыҡ килем йорт хужалығына $48,670 тура килә, ә ғаиләлә уртаса килем $59,452 тәшкил итә.

Иҡтисады

Шарлотт АҠШ-тың эре финанс үҙәге һәм хәҙерге ваҡытта АҠШ-та ҙурлығы буйынса икенсе банк үҙәге булып тора (Нью-Йорктан һуң).

Мәғарифы

Мәктәп системаһы

Ҡаланың дәүләт мәктәп системаһы ҙурлығы буйынса Төньяҡ Каролинала икенсе һәм илдә егерменсе булып тора.

Колледждар һәм университеттар

Шарлотта бер нисә билдәле Central Piedmont Community College, Charlotte School of Law, Johnson C. Smith University, Johnson & Wales University, Queens University of Charlotte и University of North Carolina at Charlotte.кеүек университет һәм колледждар урынлашҡан

Remove ads

Дине

Thumb
Билл Грэм китапханаһы

Тарихи яҡтан, Шарлотт протестанттар ҡалаһы булған. Был Билл Грэмдың тыуған ҡалаһы, шулай уҡ Көньяҡ пресвитерианлыҡтың тарихи резиденцияһы, әммә демографик үҙәгрештәр һәм ҡалала халыҡтың артыуы тиҫтәләгән яңы дин һәм конфессиялар килтерә. Дөйөм алғанда, Шарлотта 700 дини ойошма бар.

Шарлотта Төньяҡ Американың Баптистар йәмғиәтенең шатб-фатиры урынлашҡан, шулай уҡ бында Гордон-Конуэллдың Үҙгәртелгән Богослов семинарияһының кампустары урынлашҡан; һуңғы ваҡытта, урындағы колледждарҙа һәм университеттарҙа дини уҡытыу күпкә артҡан.

Шарлотта пастор Стивен Фартик нигеҙ һалған Elevation Church сиркәүе йөрөүселәр һаны буйынса иң ҙур сиркәү булып тора. Ҡаланың ете урынында сиркәүгә 15,000 кеше йөрөй[20]

Изге Патрик соборы Шарлотт рим-католик епархияһының епископ резиденцияһы булып тора.

Remove ads

Мәҙәниәте

Музейҙар

Thumb
Бектлерҙың хәҙерге заман сәнғәте музейы

Фестивалдәр һәм айырым саралар

Шарлотта йыл һайын күп кенә фестивалдәр һәм айырым саралар уҙғарыла.

  • Октябрь һәм ноябрь айҙарында һәр шәмбе һәм йәкшәмбе Carolina Renaissance Festival.фестиваль уҙғарыла.

Спорты

Ҡалала «Шарлотта Хорнетс» баскетбол командаһы урылашҡан, ул Милли баскетбол ассоциацияһында сығыш яһай. Америка футболы буйынса профессиональ «Каролина Пантерз» клубы NFL милли футбол лигаһында сығыш яһай.

Remove ads

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads