Шаршы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шаршы
Remove ads

Шаршы — йылға йырҙаһының һай һыулы, шаулап аҡҡан урыны. Һүҙҙең нигеҙендә «шар» һүҙе ята, йәғни, шар-шор килгән, тауышлы ағын[1].

Ҡыҫҡа факттар
Thumb
Яманташ йылғаһы шаршыһы. Һаҡмар йылға бассейны
Thumb
Йүрүҙән шаршыһы. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сиге

Тасуирламаһы

Шаршыны ғәҙәттә мурт ултырма тау тоҡомдары (аллювий) барлыҡҡа килтерә, улар ике яҡҡа йүнәлешле булып сыға: ағымға ҡаршы яғы — һөҙәк, а ағым ыңғайына — текә.

Шаршы йырҙаның һыу ағымы тарафынан йыуҙыртылыуы һәм һыу төбөндә таш өйөмдәре (меандр) йыйылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шаршы йырҙа киңәйгән урындарҙа йыш осрай. Ул ағымдың ҡеүәтен кәметә.

Шаршылар менән ятыуҙар сиратлашып бара. Ятыуҙар ғәҙәттә йылға киҫкен боролош яһаған урындарҙа барлыҡҡа килһә, шаршылар тура аҡҡан, һай урындарҙа хасил була.

Йырҙаһына ҡарата йүнәлешенә ҡарап, ябай (тура), ҡыйыш һәм шарлама шаршылар була.

Remove ads

Цитаталар

  • Ҡыҙыл йылғаһы йор, шаршыһында ал мунсаҡтай ялтырай йәйғор. Ә. Әхмәтҡужин

  • Йылға шаршыланып, ҡаяның итәк осона бәрелә лә, төньяҡҡа табаныраҡ боролоп ағып китә. Н. Мусин

Шулай уҡ ҡара

  • Уайтуотер

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.- 632

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads