Шимпанзе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шимпанзе
Remove ads

Шимпанзе́ (лат. Pan) — приматтар отрядындағы гоминидтар ырыуы. Гоминидтар ырыуы ике төрҙө берләштерә: ғәҙәти шимпанзе (Pan troglodytes) һәм кәрлә шимпанзе (Pan paniscus). Кәрлә шимпанзе бонобо исеме менән дә билдәле. Бөгөнгө көндә ике төргә лә юғалыу хәүефе янай.

Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...

Шимпанзелар көнсығыш һәм үҙәк Африкала таралған.

Шимпанзе — эре маймыл, буйы 150 см, ауырлығы 45-50 кг һәм артығырыҡ та була. Ҡолаҡ япраҡтары кешенекенә оҡшаған. Ҡара төҫтәге йөн менән ҡапланған. Ҡулдары аяҡтарынан оҙонораҡ. Битендә төктәре юҡ. Ата заттың да, инә заттың да эйәк аҫтында аҡ төктәр була. Африканың тропик урмандарында йәшәй. Күпселек ваҡытын ағастарҙа, көндөң өстән бер өлөшөн ерҙә үткәрә.

Һутлы емештәр, япраҡтар, сәтләүектәр һәм ағас ҡайыры менән туҡлана. Ҡырмыҫҡа һәм термиттарҙы ла ашай.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads