Шиҫ

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шиҫ
Remove ads

Шиҫ (ғәр. شيث — Аллаһтың бүләге) — Шиҫ, Шит (ғәр. شيثشيث Аллаһ биргән бүләк) — Әҙәм менән Һауаның өсөнсө улы. Ислам традицияларында тәүге пәйғәмбәрҙәрҙең береһе һәм, атаһы кеүек, Аллаһтың иңдерелгән вәхиҙәрен ҡабул итеүсе. Ул Ҡөрьәндә телгә алынмай, ләкин пәйғәмбәрҙәр тураһында хикәйәләрҙә мөһим урын тота (ҡисас әл-анбиә). Инжилдәге Сифҡа тура килә.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Вафат булған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Риүәйәт буйынса, Шиҫ Әҙәмдең ҡатыны Һауанан, Ҡәбил көнсөллөк хистәренән Һәбилде үлтергәндән һуң, атаһына 130 йәш тулғанда тыуған[2]. Уның исеме "Аллаһтан бүләк урынына " тигәнде аңлата, сөнки ул Һәбил урынына бирелгән[3]. Ислам традицияһында уны ҡайһы берҙә шулай уҡ Һибәтулла (ғәр. هبة الله — «Аллаһ бүләге») тип атайҙар[4].Ғәрәп-мосолман риүәйәтендә Әҙәмдең һаҡалы булмай тиелә, Шиҫ һаҡал үҫтергән беренсе кеше була[3].

Әҙәм уны Аллаһтан алған төрлө белемдәргә һәм серҙәргә өйрәтә[3]. Әҙәм Шиҫты вариҫы итә һәм уны үҙенең бөтә вариҫтары башлығы итеп ҡуя. Әҙәм үлгәндән һуң, Аллаһ Үҙенең пәйғәмбәре итеп Шиҫте һайлаған. Уға 50 төргәк ебәрелгән (сухуф), уларҙа шулай уҡ айырым фәндәр өлкәһендә белем дә бар[2].

Шиҫ пәйғәмбәрҙән һуң Аллаһ пәйғәмбәр итеп Иҙристе ебәргән [2].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads