Шотландия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шотла́ндия (ингл. һәм скот. Scotland, гэльск. Alba) — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллегенең өлөшө булған ил.
Шотландия Бөйөк Британия утрауының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Англия менән ҡоро ер менән тоташҡан. Шотландия парламенты — бер палаталы закон сығарыу органы. Шотландия короллеге парламенты XIII быуатта барлыҡҡа килгән. 1707 йылда Шотландия Англияға ҡушылғас парламент эшмәкәрлеген туҡтата һәм 1998 йылда ғына, Шотландия актына ярашлы, эшләй башлай.
Шотландияның баш ҡалаһы — Эдинбург.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads