From Wikipedia, the free encyclopedia
Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1 ғинуар 1928 йыл — 21 март 2013 йыл) — үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
Шәрипов Тәлғәт Муса улы | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны , хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылы |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Наградалар |
Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989); Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978). |
Тәлғәт Муса улы Шәрипов 1928 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (Хәҙер Саҡмағош районы) Имәнлеҡул ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә уҫә.
Уның ҡустыһы Рәшит Муса улы Шәрипов — оҙаҡ йылдар заводта эшләп, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән исемгә лайыҡ була.
1974—1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында белем ала.
1964 йылдан йырҙар ижад итә башлай. Башҡорт радиоһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай.Тамашасыларының һөйөүен һәм хөрмәтен яулай.
Ул — башҡорт, татар шағирҙарының шиғырҙарына, үҙенең текстарына (шул иҫәптән балалар өсөн йырҙар) яҙылған 400-ҙән ашыу йырҙың авторы.
Рәғиҙә Янбулатованың “Мөхәббәт ялҡындары” (1983) либреттоһына яҙылған музыкаль комедия, хор һәм вокаль ансамблдәре өсөн яҙылған тиҫтәгә яҡын әҫәрҙәр, камера‑инструменталь әҫәрҙәр, вальс һәм романстар, спектаклдәргә музыка авторы.
А.Игебаев шиғырына “Берҙән берем — ғәзиз ерем”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Имәндәр шаулай”, Ф.Ә.Әсәнов шиғырына “Янғантау баҫҡыстары”, Н.Иҙелбай шиғырына “Тыуған ауылым” һәм башҡа йырҙары халыҡ йырҙары кеүек таралып, телдән төшмәй һаҡланып килә.
1975 йылдан альбомдары сыға башлай:
Бөтәһе 5 альбом авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.