Юлтый
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Юлтый — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы ауылы. Пушкин ауыл советы составына керә[1].
Юлтый ауылының төньяҡ-көнбайышында Красиков ауылы урынлашҡан, көньяҡ-көнсығышта — Пушкинский ҡасабаһы.
Remove ads
Халыҡ
2010 йылда — 306 кеше тип иҫәпкә алынған. Башҡорттар йәшәй.
Археология
- 2009 йылдың июнь уртаһында элек-электән башҡорттар йәшәгән Юлтый ауылы янында, Туҡ йылғаһы ярында кеше һөйәктәре табыла. Һөйәктәр янында трапеция формалы таш әйбер ҙә була. Мосолман ата-әсәләрҙең талабы буйынса үҫмерҙәр баш һөйәктең киҫәктәрен, башҡа һөйәктәрҙе, саҡматаштан яһалған әйберҙәрҙең һыныҡтарын үтек ҡумтаһына һалып, элекке Исмәғил ауылының боронғо башҡорт зыяратына алып барып күмәләр. Исмәғил ауылының урыны Юлтый ауылынан 3,8 км көнсығышта ята. Һөйәктәр табылған Красноярка ҡәберлеге Юлтый ауылынан төньяҡ-көнсығышта, Туҡ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Археологтар табылған һөйәктәрҙе энеолит (4035-3992 йй. до н. э.) дәүеренә ҡарай тип иҫәпләйҙәр[2].
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Дауыт Юлтый (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads