Яковлев Алексей Александрович

хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Яковлев Алексей Александрович (29 март 1923 йыл — 5 апрель 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, капитан. Советтар Союзы Геройы (1946).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Александрович Яковлев 1923 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған.

7 класс тамамлай. Өфө паровоз ремонтлау заводында слесарь булып эшләй.

1940 йылда Ҡыҙыл Армияға Өфө ҡалаһынан алына. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттары мәктәбен тамамлай.

Ғәмәлдәге армияла 1943 йылдың 20 ғинуарынан. Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында һуғыша.

4-се Украина фронты 8-се һауа армияһы 8-се корпусы 227-се дивизияһының 208-се штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант Алексей Яковлев дошман ғәскәрҙәренә һөжүм итеү өсөн һуғыш аҙағына тиклем 153 хәрби осош яһай (шул иҫәптән 70-ен төркөмдө етәкләүсе булараҡ).

1946 йылдан капитан А. А. Яковлев — запаста. 1946 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1952 йылда электромеханика техникумын тамамлай. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең хисаплау техникаһын ремонтлау һәм эксплуатация бюроһы начальнигы булып эшләй.

1990 йылдың 5 апрелендә вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн өлкән лейтенант Яковлев Алексей Александрович Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6158) тапшырыла[1].
  • Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.12.1943[2]; 28.02.1945; 22.05.1945[3]), Александр Невский ордены (12.05.1944), ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (18.01.1945; 11.03.1985[4]), миҙалдар.
Remove ads

Хәтер

  • Герой Яковлев А. А . исеме Еңеү паркында гранит постаментҡа соҡоп яҙылған (Өфө).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads