Ялта конференцияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ялта конференцияһы
Remove ads

Союздаш державаларҙың Ялта (Ҡырым) конференцияһы (4-11 февраль 1945 йыл) — Гитлерға ҡаршы коалиция — СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия — илдәре лидерҙарының Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, һуғыштан һуңғы донъя тәртибен урынлаштырыуға бағышланған икенсе осрашыуы. Конференция Ялтанан (Ҡырым АССР-ы, РСФСР, СССР) 3 километр алыҫлыҡта ятҡан Ливадия ҡасабаһында Ливадия (Аҡ) һарайында үтә һәм Гитлерға ҡаршы коалицияның ядро эпохаһына тиклем һуңғы конференцияһы була.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Дәүләт ...

Remove ads

Әһәмиәте

Thumb
Конференцияның 50 йыллығына арналған Рәсәй почта маркаһы, 1995 йыл.

1943 йылда Тәһран конференцияһында Франклин Рузвельт, Иосиф Сталин һәм Уинстон Черчилль Өсөнсө рейхты еңеүгә өлгәшеүҙең төп проблемаларын тикшерә,1945 йылдың июль-авгусында Потсдам конференцияһында тыныс ҡоролош һәм Германияны бүлеү тураһында фекер алыша, Ялтала донъяны еңеүсе илдәр араһында бүлеү тураһында төп ҡарарҙар ҡарар ҡабул ителә[2].

Был ваҡытҡа Германияны еңеү ваҡыт мәсьәләһе генә була, һуғыш тамамланыу стадияһына инә. Япония яҙмышы ла артыҡ шик тыуҙырмай, сөнки АҠШ барлыҡ Тымыҡ океанды тиерлек контролдә тота. Союздашдар уларҙың Европа тарихы менән идара итеү буйынса уникаль мөмкинлеге булыуын аңлай, сөнки тотош Европа бары тик өс дәүләт ҡулында була.

Remove ads

Ҡарар

Конференцияның бөтә ҡарраҙары ике проблеманы хәл итеүгә ҡағыла.

Беренсенән, әле күптән түгел Өсөнсө рейх баҫып алған территорияларҙа яңы дәүләт сиктәре үтәкреү талап ителә. Бер үк ваҡытта союздаштарҙың йоғонто яһау даирәһе араһына рәсми булмаған, әммә барлыҡ яҡтар ҙа таныған демаркацион сик һыҙаттар — Тәһран конференцияһында уҡ башланған эште тамамлау — билдәләү кәрәк була.

Икенсенән, союздаштардөйөм дошман юҡҡа сыҡҡандан һуң Көнбайыш менән СССР-ҙың мәжбүри берләшеүе әһәмиәтен юғалтыуын, шуға күрә донъя картаһында сикләү һыҙаттарын үҙгәрмтәҫкә гарантия биргән процедуралар булдырырға кәрәклеген аңлай.

Сиктәрҙе бүлеү

Был мәсьәләлә Рузвельт, Сталин һәм Черчилль, үҙ-ара ташламаларға барып, бөтә пункттар буйынса ла тиерлек килешеүгә килә. Һөҙөмтәлә донъяның сәйәси картаһының конфигурацияһы һиҙелерлек территориаль үҙгәрештәр кисерә[3].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads