Ямантау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ямантау — Башҡортостанда тау массивы.
Төньяҡ-көнбатышҡа һуҙылған, киңлеге — 3 км, оҙонлоғо — 5 км. Тау түбәләре — Оло Ямантау (1640 м) һәм Кесе Ямантау (1510 м). «Оло Ямантау» Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе. Башҡортостандың Белорет районы Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 700—1100 мм. Ҡар ҡатламы 80—100 см һәм уртаса 180-ҙән 205 көнгә тиклем ята. Ландшафттың юғарыла биллелеге билдәләнә. Ғинуарҙа уртаса температура −14—17 °C, июлдә +9—16 °C.
Тау итәгендә Межгорье ҡалаһы (ябыҡ административ-территориальберәмек) урынлашҡан, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса эре масштаблы серле ер аҫты төҙөлөшө башҡарыла. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, был ракета осороу шахтаһы, башҡалары буйынса — VIP-бункер. Халыҡта «Путин бункеры» тип атала[1][2][3].
Remove ads
Топонимика
Башҡорттар йыш осраҡта географик объект исемдәренә ғәмәли мәғәнә һалған. «Яман тау» исеме, бәлки, көтөү көтөргә мөмкинлек бирмәгән һаҙлы һәм ваҡ ташлы тау бите булғанға көндәлек тормошҡа кереп ҡалғандыр. Шулай уҡ урындағы башҡорттар араһында, тау башына менгән ваҡытта аттар үлә, тигән ышаныс йәшәй. Ниһайәт, тау битендә йәшәгән күп һанлы айыуҙар булыуы мөһим ысынбарлыҡ.
П. И. Рычков үҙенең «Ырымбур топографияһы»нда былай тип яҙа:
Ноғай даругаһындағы Яман Тау, йәғни әшәке тау, уҫал тауҙа һәр ваҡыт ҡарҙар ята…
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads