Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы
Remove ads

Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы (16 июнь 1923 йыл — 25 август 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһында. Филологиянын, фәндәр докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премияга лауреат (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрагы(1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙо (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендаркына ккавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Ғилемдар Йыһандар улы Рамазанов (Рамаҙанов) 1923 йылдың 16 июнендә Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Иҫке Балаҡ ауылында тыуған. Бында башланғыс мәктәпте, күрше Тайнаш ауылында ете класс тамамлай һәм Дәүләкәндәге педагогия училищеһенә уҡырға инә. 1942 йылда училищеның өсөнсө курсынан фронтҡа китә.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

  • Молоды мы были. «Литературная Россия», 1981, 20 ноябрь. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фекерҙәр

•• Ғилемдар бер ҙә үҙен аяманы. Ҡайһы саҡтарҙа күтәрә алмаҫлыҡ йөктәрҙе лә өҫтөнә алды. Һуғыш ҡырында ике тапҡыр контузия алған, ғәрипләнеп ҡайтҡан инвалид булыуына ҡарамаҫтан, эш менән йәшәне. Артыҡ оҙон булмаған ғүмерен янып-ярһып үткәрҙе. Уның артығы менән активлығы, эшсәнлеге мине һәр саҡ борсоуға һала торғайны. Үҙенә йыш ҡына был хаҡта иҫкәртә инем, ләкин … һәр кем донъяла үҙе булып ҡалалыр … •• Фәниә Чанышева

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads