Ҡарабалыҡ

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡарабалыҡ
Remove ads

Ҡарабалыҡ, Ҡара балыҡ (лат. Tinca tinca, рус. линь) — ҡылсыҡлы йылға балығы. Европаның йылға-күлдәрендә йыш осрай, Башҡортостанда ярайһы уҡ киң танылған, Уралдын көнсығышҡа һирәгерәк осрай. Йәшәү ареалы Йәнәсәй (Енисей), Байкал ға тиклем барып етә.

Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...

Ҡарабалыҡтың ҡалын кәүҙәһе тығыҙ ваҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы һәм ике яҡ ҡабырғаһы алтынһыу сағылышлы ҡарағусҡыл төҫтә.

Ҡарабалыҡ йылғаларҙа, ағым күлдәрҙә һәм төбөнә ләм ултырған мәтеле, ҡуйы үлән ҡатыш ҡамыш үҫкән быуаларҙа тереклек итә. Ҡарабалыҡ аҙыҡты ләмдән соҡсоноп таба — ул ҡыҙыл ҡорт, ямғыр һәм тиреҫ селәүсендәрен, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын ашай. Май айында, быуаларҙа һыу ҡайтҡас, ҡарабалыҡҡа ҡармаҡ һалыу башлана. Йәй урталарында ул әллә ни ҡапмай, әммә август айында сиртеүе яҡшыра төшә. Ул ҡыҫала итенә, себен ҡортона арыу ҡаба. Әммә балыҡты алдатыу өсөн иң яҡшыһы — селәүсен. Ҡарабалыҡты, емде үлән араһындағы һыуға һалып, ярҙан тоталар. Был төр балыҡ һыуға ауған ботаҡ-сатаҡлы ағастар аҫтында ял итергә ярата. Ҡамыш, үлән баҫҡан күлдәрҙә һәм быуаларҙа кәмәнән ҡармаҡларга була. Бының өсөн һыу үҫемлектәре баҫмаған иркен урынды һайлайҙар.

    Remove ads
    Loading related searches...

    Wikiwand - on

    Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

    Remove ads