Ҡарасай-балҡар теле
төрөк телдәренең береһе, ҡарасайҙар һәм балҡарҙар теле From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡарасай-балҡар теле (рус. Карача́ево-балка́рский, (ҡарасай, балҡар) теле (къарачай-малкъар тил, таулу тил) — Төньяҡ Кавказдағы төрки телле ҡарасайҙар һәм балҡарҙар ҡулланған тел. Хәҙерге атамаһы 1950 йылдарҙа ҡабул ителә, элгәре тау-татар, тау төрки тип атала, сығатай теле тип тә йөрөтөлә[5].
Remove ads
Социолингвистик хәл торошо

2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, Рәсәй Федерацияһында 305 364 кеше балҡарса һөйләшә.
Ethnologue сайты мәғлүмәттәре буйынса донъяла балҡар теллеләр — 310 730. Рәсәйҙән ситтә ҡарасай-балҡар теле Төркиәлә таралған, ҡайһы бер европа илдәрендә, АҠШ-та таралған.
Ҡарасай-балҡар теле Ҡарасай-Черкес[6] һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаларында дәүләт телдәренең береһе булып тора [7]. Беренсеһендә ул - ҡарасай (карач.-балк. къарачай тил), икенсеһендә балҡар (карач.-балк. малкъар тил) тип атала.
Ҡарасай-балҡар телендә «Заман »[8] һәм «Къарачай» гәзиттәре[9], «Минги тау» журналы [8], шулай уҡ балалар өсөн «Нюр»[8] һәм «Илячин»[9] баҫмалары нәшер ителә. Ҡөрьән ҡарасай-балҡар теленә тәржемә ителгән.
Remove ads
Яҙмаһы
1920-се йылдарға тиклем ғәрәп яҙма системаһы яраҡлаштырып ҡулланылған. Типография ысулы менән баҫтырып сығарылған ҡарасай-балҡар телендәге иң беренсе табылған китап XIX быуат башына ҡарай[10][11].
Ҡарасай-балҡар әлифбаһын латин һәм рус хәрефтәре менән эшләргә ынтылыш 1880-се йылдарҙа башлана. 1924-1939: латиница нигеҙендәге орфография. 1939-ҙан — кириллица нигеҙендә алфавит[12].
Ҡарасай-балҡар әлифбаһы хәҙер кириллица нигеҙендә генә йөрөтөлә[13].
Латин әлифбаһы
1924 йылда ҡарасай-балҡар теле өсөн латин әлифбаһы кабул ителә:
A a | B в | C c | Ç ç | D d | E e | F f | G g |
Ƣ ƣ | I i | J j | K k | Q q | L l | M m | N n |
Ꞩ ꞩ | O o | Ө ө | P p | R r | S s | Ş ş | T t |
Ь ь | U u | V v | Y y | X x | Z z | Ƶ ƶ |
1926 йылда әлифбаға Ꞑꞑ, H h, W w хәрефтәре өҫтәлә.
Хәҙерге ҡарасай-балҡар әлифбаһы
А а | Б б | В в | Г г | Гъ гъ | Д д | Дж дж | Е е |
Ё ё | Ж ж | З з | И и | Й й | К к | Къ къ | Л л |
М м | Н н | Нг нг | О о | П п | Р р | С с | Т т |
У у | Ф ф | Х х | Ц ц | Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ |
Ы ы | ь | Э э | Ю ю | Я я |
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads