Ҡаратал (Баймаҡ районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡаратал (рус. Каратал) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 561 кеше[1]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807004.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Исеменең килеп сығышы

Ауыл атамаһы ҡара тал ағасы исеменән алынған. Башҡа исемдәре — Кинйәбулат, Буранбай — антропонимдарҙан алынған[2].

Тарихы

Октябрь революцияһына тиклем Ҡаратал ауылы урынында Кинйәбулат утары булыуы билдәле, йәғни, Үтәбаев Ситдыҡ байҙың йәйләүе (Буранбай ауылы кешеһе). Был ауылды шулай уҡ Буранбай тип тә атағандар. XIX быуаттың 30-сы йылдарында ла бында Хәмит Йоносов, Байрамғол Күплиндин, Искәндәр Ҡағыбаҡовтарҙың йәйләүҙәре була[3].

Совет осоро

1931 йылда РККА-ның 46-сы һанлы Йылҡы заводы[4] осоронда Ҡаратал ауылы әлеге хужалыҡтың бүлексәһе була, 1956 йылдан «Баймаҡ» сиҙәм совхозы ойошторолоуы менән ныҡ үҫешә башлай. 1997 йылдан «Баймаҡ» ПСК-һы составында була. Төп йүнәлеше — иген хужалығы һәм малсылыҡ[5] 1925 йылда ауылда 2 хужалыҡ теркәлгән, 1956 йылда — 299 кеше, 1998 йылда — 507 кеше[5].

Бөгөнгөһө

Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет, магазиндар бар. Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырылған. «Йәш актерҙар» балалар театры эшләп килә. Ауыл клубы (мәҙәни ойоштороусыһы Шәрипова Көнһылыу Ғәйәр ҡыҙы) бик әүҙем эшләй, төрлө байрам, спорт саралары үткәрелә, шулар араһында «Эх, быймаһы ла быймаһы» байрамы, юрған һырыу йолаһы, «Йәшлекте иҫкә алып», «Күрше хаҡы — тәңре хаҡы» исемле кисәләр, башҡорт халыҡ уйындары, шулай уҡ концерттар ойошторола, төрлө акцияларҙа, флешмобтарҙа ҡатнашалар[6].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар170
1959 йыл 15 ғинуар356
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар512
2002 йыл 9 октябрь532
2010 йыл 14 октябрь51225725550,249,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда Бөрйән ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[7].

Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 15 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡморон): 10 км

Урамдары

  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Һаҡмар урамы (рус.  Сакмар (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица))

[8]

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Кәримов Хәмит Муллаәхмәт улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Ғәйетбаев Мәүлетбай Шиғап улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы;
  • Рәхимов Иршат Варис улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Азаматов Миңлеғәли Искәндәр улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы;
  • Мырҙабулатов Салауат Барый улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған чабаны, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты;
  • Ильясова Мәзүнә Ғәлиәхмәт ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[5].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Видеояҙмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads