Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы (20 август 1881 йыл1964 йыл) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов 1881 йылдың 20 авгусында[1] Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Яҡтыкүл ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) тыуған.

Ҡыйышҡы ауылындағы, «Рәсүлиә», «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем алған.

Яҡтыкүл ауылында мөғәллимлек иткән.

1920 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Табын кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе була.

Ижади эшмәкәрлеге

Вәлиулла Ҡоломбәтов «Иптәшкә», «Үткер балта», «Ялҡау Мотой менән тараҡандар» шиғырҙары, шулай уҡ йырҙар авторы. Сәсәндең әҫәрҙәре коллективлаштырыуға, Бөйөк Ватан һуғышына, әҙәп һәм социаль мөнәсәбәттәргә бағышланғана. Балалар өсөн әкиәттәр һәм Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр яҙа.

Вәлиулла Фәйзулла улы башҡорт фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыя, шул иҫәптән Салауат Юлаев тураһында риүәйәттәр — «Салауаттың ҡатынына йыры», «Боғрахан (Карахан)», уның «Бүгәсәүгә ҡушылып, кушма ирбатырға булып…» ҡобайыры, Аҡмулла шиғырҙарын һәм башҡалар.

Сәсәндең ҡайһы бер әҫәрҙәре һәм ул яҙып алған риүәйәттәре «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелде. Уның әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө юғалған. Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ҡулъяҙмалары РФА Өфө фәнни үҙәгенең Фәнни архивында һаҡлана.

1964 йылда вафат булған, Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында ерләнгән.

Тыуған ауылында барельеф ҡуйылған (2016)[2].

Remove ads

Баҫмалары

  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2-се китап. Өфө, 1982.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads