Ҡоралдар

дошмандың тере көсөн һәм инфраструктура объекттарын ҡыйратыу өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йәки технологик процестар комплексы From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡоралдар
Remove ads

Ҡоралдар — ул дошмандың тере көсөн һәм инфраструктура объекттарын ҡыйратыу өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йәки технологик процестар комплексы. Ҡоралдарға ингән элементтар[1]:

  • хәрби припастар, шулай уҡ уларҙы сәпкә илтеүсе саралар;
  • тоҫҡау, атыу һәм идара итеү системалары;
  • ҡоралды ҡулланыуға әҙерләү саралары.
Thumb
Кәмәгә ҡаршы вертолётта авиабомбалар

Айырым элементтар ҡоралдар комплексына берләштерелергә мөмкин[1], мәҫәлән, зенит ракетаһы комплексы, танкыға ҡаршы ракета комплексы.

Ҡоралдар ҡораллы көстәрҙең төрлө төрҙәренә ҡарай, мәҫәлән, ҡоро ер ғәскәрҙәре ҡоралдары, хәрби диңгеҙ флоты ҡоралдары, хәрби һауа көстәре ҡоралдары; йә ғәскәр төрҙәренә ҡарай: мәҫәлән, артиллерия, һауа десанты, инженер ғәскәрҙәре ҡоралдары, ғәскәрҙәрҙе радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ҡоралдары. Бынан тыш, ҡоралдар түбәндәгесә классификациялана

  • йөрөткөстәр төрө буйынса (танк, карап, авиация),
  • зарар килтереү рәүеше буйынса,
  • тәғәйенләнеше буйынса,
  • зарар килтереү сараларын сәпкә илтеү ысулдары буйынса.

Ҡоралдарҙы ғәҙәттә хәрби техникаға индерәләр, әммә айырым осраҡтарҙа үҙ аллы төшөнсә булараҡ та ҡарайҙар[2].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡыҫҡа факттар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads