Ҡормантау

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡормантау (рус. Курмантау) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 420 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80221813005.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь42019522546,453,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Тарихы

Ҡормантау — Бурлы ауыл Советы биләмәһендәге ауыл. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышҡа 37 саҡрым, Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 54 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1738 йылда керҙәшлек килешеүе буйынсаса Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында 28 кеше ҡатнаша. Һуңынан бында типтәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 йылда 100 кеше , 1865 йылда 88 йортта — 456 кеше йәшәгән. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3]. Халҡы: 1906 йылда — 867 кеше; 1920 йылда — 1074 кеше; 1939 йылда — 867 кеше; 1959 йылда — 837 кеше; 1989 йылда — 494 кеше; 2002 йылда — 489 кеше; 2010 йылда — 420 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4][5].

Урамдары

Исемдәре:[6]

Ағиҙел урамы (рус. Агидель (улица))

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))

Ҡышлау урамы (рус. Кышлау (улица))

Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Археологик ҡомартҡылары

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads