Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы (13 февраль 1976 йыл) — юрист, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, илдең аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы. 2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының, 2014 йылдан «Калуга» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2019).
Remove ads
Биографияһы
Салауат Ҡотошов 1976 йылдың 13 февралендә Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған[1].
2000 йылда Башҡорт дәүләт университетынының юридик факультетын тамамлай.
2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында аспирантура тамамлай.
2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлегендә начальник, мөнәсәбәттәргә контроллек буйынса баш белгес булып эшләй.
2005 йылда Дәүләт милке менән идара итеү буйынса Федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2010 йылда Граждандар авиацияһы академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын тамамлай.
2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортын етәкләй[2], 2011 йылдан «Ермолин» халыҡ-ара аэропортының идарасы компанияһында етәксе була, 2014 йылдан — «„Калуга“ халыҡ-ара аэропорты» АЙ генераль директоры итеп тәғәйенләнә.
2009—2010 йылдарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр төбәк пассажирҙар авиацияһын тергеҙеү проектының инициаторы була, Башҡортостан Республикаһында Нефтекама, Сибай аэродромдарын реконструкциялай.
2011 йылдың 2 февралендә Салауат Ҡотошов Мысырҙағы Революция (2011—2013) сыуалыштары ваҡытында рәсәйлеләрҙе тыуған иленә ҡайтарыу экпедицияһын етәкләй.[3]
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы етәкселек иткән дәүерҙә «Өфө халыҡ-ара аэропорты» «Интенсив үҫешеүсе аэропорт» номинацияһында «БДБ илдәренең иң яҡшы аэропорты» булып таныла, шулай уҡ аэропортҡа транспорт тармағындағы Милли йәмәғәт премияһы тапшырыла.
Салауат Ҡотошов «Хәрби хеҙмәт өсөн», «Кавказдағы хеҙмәте өсөн», «Хәрби хәрәкәттәр ветераны», Жуков миҙалы, «Транспорт милицияһының 90 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә, «Почетлы геодезист» маҡтаулы исеменә лайыҡ була[1].
- Башҡортостан Республикаһы Президентының 15.07.2010 N УП указына ярашлы Салауат Ҡотошевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелә.[4]
- РФ Президенты Указы менән (№ 622, 27 декабрь 2019 й.) С. Ш.Ҡотошов Икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнәhttp://docs.cntd.ru/document/564088643
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads