Тирмән ташы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тирмән ташы — таштан йәки ҡаты ағастан игендән ярма йә он тарттырыу өсөн парлап эшләнгән ике яҫы ҡалын түңәрәктән торған көнкүреш ҡорамалы. Ҡул тирмәнендә күберәк бойҙай, арыш тарттырғандар. Төрлө минералдарҙан уның ярҙамында буяу онтағы ла эшләгәндәр.


Тирмән ташына йышыраҡ кремнийлы, ваҡ бөртөклө, көпшәк, әммә шуға ҡарамаҫтан ныҡлы ҡомташ ҡулланылған. Кремнийлы эзбизташ файҙаланылыуы ла билдәле.[1]
Remove ads
Тирмән ташы

Тирмән ташында он тарттырғыс бураҙналар бар. Уларҙан вағыраҡ улаҡтар тарала. Был бураҙналар һәм улаҡтар игенде ваҡларға һәм тыш яҡҡа ҡойолоп сығырға ярҙам итә. Йыш ҡулланғанда, улар йышыла һәм яңынан ситтәрен үткерләп тороуҙы талап итә.
Тирмән ташын парлап тотоналар. Аҫҡыһын ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп беркетәләр. Өҫкөһөн махсус беркетелгән тотҡос ярҙамында бороп йөрөтәләр, һәм тап ул игенде онтай ҙа инде. Был таштарҙа ҡалҡып торған һыҙаттар була, улар игенде он хәленә килтерә.
Тирмән таштары бер-береһенә дөрөҫ тап килергә тейеш, шул осраҡта ғына сифатлы он килеп сыға.
Тирмән ташы өсөн йышылып, онталып бармаған ҡаты ҡомташ файҙаланылған. Бындай таш йыш осрамай, шуға күрә ярайһы ҡыйбат торған.

Remove ads
Тарихы
Неолит кешеһе ҡул тирмәнен төрлө орлоҡ, сәтләүек онтап, ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланған. Төрлө буяуҙар әҙерләү өсөн файҙаланылған. Металл иретеү килеп сыҡҡансы уларҙы шулай уҡ тирмән ҡулланып онтағандар.
Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә
Remove ads
Ҡыҙыҡлы факттар
Тирмән ташы тәгәрмәстән алдараҡ барлыҡҡа килгән тигән фекер бар. Тирмән ташына ҡарап тәгәрмәс эшләй башлаған булыуҙары ла ихтимал.
Ҡарағыҙ
![]() |
Тирмән ташы Викимилектә |
---|
- Ступа и пест
- Крупорушка
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads