Ҡунаҡбай (Стәрлетамаҡ районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡунаҡбай (рус. Кунакбаево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 132 кеше[1]. Почта индексы — 453146, ОКАТО коды — 80249852003.
Remove ads
Тарихы
Стәрле йылғаһы үҙәненә урынлашҡан Ҡунаҡбай ауылы Тәлтем Юрматы улусының Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай, уға нигеҙҙе 1815 йылда Ҡалҡаш ауылынан килеп төпләнгән Ҡунаҡбай Һатлыҡов (1756 йылғы) һала. 1850 йылғы X рәүиз материалдарында 7 ихатала 84 кеше (40 ир-егет һәм 34 ҡатын-ҡыҙ) йәшүе теркәлә. Тупланған мәғлүмәттәр буйынса Ҡунаҡбай Һатлыҡов 1845 йылда вафат була. Ауылда уның уландары: Мөхәмәтрәхим (улдары: Сәфәрғәли, Тимерғәли, Арыҫланғәли, Мәхәмәтвәли һәм Әптелвәли) Ҡотломөхәмәт, үрәдник Мөхәмәтйән, Ғәли (уның улдары: Шаһивәли, Шаһимәрҙән, Шаһингәрәй, Шаһиәхмәт) көн итә[2].
Remove ads
Халыҡ һаны
| Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
| Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
| 2002 | 2009 | кеше | % | ||
| 130 | 132 | +2 | +1,54 | ||
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 19 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Преображеновка): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 19 км
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads