Ҡәрипов Кәшфи

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кәшфи (Кәшфеласрар) Мәғҙәннур улы Ҡәрипов (1892 йыл, элекке Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе[1] Байталлы ауылы — 1918 йыл, Бөрө ҡалаһы) — башҡорт шағиры һәм драматургы.

Ҡыҫҡа факттар Исеме:, Тыуған көнө: ...
Remove ads

Биографияһы

  • Кәшфи Мәғҙәннур улы Ҡәрипов (псевдонимы — Кәшфи Ҡәрипов) 1892 йылда элекке Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Байталлы ауылында тыуған.
  • 1915 йылда «Ғосмания» мәҙрәсәһен тамамлай.
  • 1915 йылда шунда уҡытыусы итеп ҡалдырыла.
  • «Тормош», «Алға» гәзиттәрендә эшләй.
  • 1918 йылда Бөрө ҡалаһында вафат була.

Ижады

Кәшфи Ҡәрипов ижадында мөхәббәт һәм тәбиғәт лирикаһы төп урынды алып тора. («Һағынам», «Һөйәм», «Тәбиғәт», «Яҙ килә» шиғырҙары һ. б.). «Мөхәббәт шиғырҙары» (1914) китабының авторы. К. Ҡәрипов тарфынан Бөрө һәм Өфө театрҙарында ҡуйылған «Йософ-Зөләйха», «Таһир-Зөһрә» драмалары, шулай уҡ «Ҡарт әтәс» комедияһы (әҫәрҙәренең текстары һаҡланмаған) яҙылғанлығы билдәле.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads