Үрге Сирбай

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Үрге Сирбай (рус. Верхнесюрюбаево) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 188 кеше[3]. Почта индексы — 453345, ОКАТО коды — 80238840003.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 79 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл193
1920 йыл 26 август179
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар140
1959 йыл 15 ғинуар168
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар210
2002 йыл 9 октябрь193
2010 йыл 14 октябрь1888810046,853,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 36 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Күгәрсен): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 62 км

Урамдары

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[5]

Тарихы

Сирбай ауылы Монаш түбәһенә ҡараған. 1816—1834 йылдар араһында Үрге һәм Түбәнгегә бүленә. XVIII быуат аҙағында ауылда 180 кеше йәшәгән 25 ихата була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), Үрге Сирбайҙа — 45 йорт булған. 300—320 кеше йәшәгән. 1920 йылда 349 кеше була.

Ауылға нигеҙ һалыусының исеме асыҡланмаған. Шулай ҙа уның улдарының исемдәре билдәле. 1816 йылда унда Италмаҫ (1779 йыл), Күлембай, Игебай, Ысыҡбай, Бикбай, Күлғолдо, Бүләкбай Сирбаевтар йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Айғай, Ерекле, Ыҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр.

1842 йылда Үрге Сирбай ауылында 261 кешегә 944 бот яҙғы иген сәселгән[6].

Тағы һылтанма буйынса уҡығыҙСирбай ауылдары

Үрге Сирбай ауылы һәм Яхиндарҙың килеп сығыу тарихы(Башҡарҙы: Хәйруллина Ильмира Илшат ҡыҙы, 7-се класс. Етәксеһе: Бәҙәмшина Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы)[7].

Remove ads

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Хәйҙәр абзый. Үрге Сирбай ауылында хәтирәләр 19 сентябрь 2019[10]

Топонимикаһы

Үрге Сирбай ауылының тарихы һәм ер-һыу атамалары(Башҡарҙы: Шәрипова Гөлсәсәк Шәүкәт ҡыҙы, 7-се класс Етәксеһе: Бәҙәмшина Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы)[11].

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads