Үҙән
йылға йырҙаһының ситендәге ерҙәр From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Үҙән (йылға үҙәне) — ғәҙәттә һыу буйҙарында эрозия арҡаһында барлыҡҡа килә.Йылға һыуы ярҙарҙы ашай-ашай йырын, үҙән хасил итә[1]
Үҙәндәр ғәҙәттә тотош системалар барлыҡҡа килтерә; бер үҙәндән икенсеһе асыла, уныһынан - өсөнсөһө һ.б. - был аҡҡан һыу йырҙаһы буйлап икенсе сығанаҡҡа ҡойғанса дауам итә.
Үҙәндәрҙең ҡоролошо

Гидрологтар, геологтар һәм геоморфологтар үҙәндәрҙең ошондайтөп элементтарын билдәләй[2][3][4][5][6][7][8]:
- битләү —үҙәнде ҡабырғаларынан сикләгән ер өҫтө
- төп — үҙәндең иң түбән һәм ярайһы тигеҙ урыны, ул һөҙәклектәрҙең итәге араһында урынлашҡан була.
- битләүҙәрҙең итәге — һөҙәклектәрҙең үҙән төбө менән сикләшкән урындары
- ҡалҡыу — үҙән битләүҙәренең шул урындағы ер менән сикләшкән урыны
- террасалар — сағыштырмаса горизонталь майҙансыҡтар, улар хәҙерге үҙән төбөндә төрлө бейеклектә урынлашҡан була.
Яңы үҙәндәрҙең төбө ҙур булмай, ә битләүҙәр йылғаға килеп етә, бер үк ваҡытта яр хасил итә
Remove ads
Шулай уҡ ҡара
- Каньон
- Тарлауыҡ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads