Һарт-Шишмә

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Һарт-Шишмә (рус. Сарт-Чишма) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 908 кеше[3]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845007.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Һарт-Шишмә — шул уҡ һарттарҙан сыҡҡан башҡорт торамаһы. XVIII быуат аҙағында унда 20 йортта 54 башҡорт һәм 11 типтәр (4 йорт) иҫәпләнгән. Халыҡтың һәм ихаталар һанының артыуы түбәндәге һандарҙа күренә: 1816 йылда 17 йортта 127 кеше, 1834 йылда 19 йортта 126 кеше, 1850 йылда 20 йортта 148 кеше йәшәй. 1859 йылғы X рәүиздә 150 кеше һәм 31 йорт күрһәтелгән. 1870 йылда 478 кеше һәм 85 йорт теркәлгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 952 кеше һәм 191 йорт иҫәпләнә. 1860 йылға тиклем 18 типтәрҙән башҡа, бөтә халыҡтың ер биләмәләре аҫаба тип иҫәпләнгән. Һуңынан халыҡ араһында типтәрҙәр күпселекте тәшкил итә. Уға типтәрҙәр булып киткән бик күп ерһеҙ башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың керҙәшлеге булышлыҡ иткән.

Башҡорттар башлыса эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Бер белдереүҙә улар «йәй буйы күскенсе булып китәләр» тиелә. XVIII быуат аҙағында иген үҫтереүгә «иғтибарһыҙ» булалар.

1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда мәсет һәм уның эргәһендә мәктәп эшләй. [4].

Remove ads

Топонимикаһы

Һарт-Шишмә ауылының тарихы Һарт-Наурыҙ ауылының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Тарихи яҙмаларға ярашлы, Һарт-Наурыҙға 1712 йылда нигеҙ һалына. Легенда буйынса, Кәлсир исемле башҡорт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә Еҙем ҡултығы менән Ағиҙел ҡушылған ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләр, айырыуса, ҡарт-ҡоролары һарт телендә һөйләшкән. Шуға ла башҡорттар уларҙы һарт тип йөрөткәндәр. Һарттар ауыл ҡорғанда, Наурыҙ исемле кеше уларға ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Наурыҙ тип аталыуы ошоға бәйле. Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, һуңыраҡ Һарт-Наурыҙ ауылынан 12 ғаилә айырылып сыҡҡан. Улар Ағиҙел үренә табан өс-дүрт саҡрым үрләп, шишмә буйҙарында яңы ауылға нигеҙ һалған. Шулай Һарт-Шишмә ауылы барлыҡҡа килгән. Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1870 йылда уҡ ауылдың мәсете була, мәсет ҡаршыһында мәктәп эшләй. Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә. Ауыл янында Изгеләр зыяраты бар.

Remove ads

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (86 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл1207
1920 йыл 26 август952
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1079
1959 йыл 15 ғинуар1018
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар905
2002 йыл 9 октябрь993
2010 йыл 14 октябрь90845145749,750,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

  • Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29.04.1965), йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йыылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2021) артисы. Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads